

- Әле миңә 5 йәш һәм киләсәк тураһында уйларға иртәрәк кеүек тойола, әммә был дөрөҫ түгел. Йыш ҡына үҙемә һорау бирәм: "Киләсәктә кем булырға теләйем?" Әлбиттә, башыма бик күп идеялар килеп баҫа, әммә барыбер кешеләргә һәм минең бәләкәй Ватаным Көйөргәҙе районына ярҙам итәсәк һөнәрҙәргә ынтылам. Мин дә, атайым кеүек, агроном булырға теләйем. Районыбыҙ баҫыуҙары юғары сифатлы, төрлө һәм файҙалы продукция биреүен теләйем.
31 ғинуарҙа беҙҙең район үҙенең тыуған көнөн билдәләй. Мин районыбыҙға уңыштар, сәскә атыуын, тыныс күк йөҙө һәм балаларҙың тауыштары тынмауын теләйем. Тыуған көнөң менән, яратҡан Көйөргәҙем!