Йәшәйеш
2 Февраль , 05:54

Бай тәьҫоратлы осрашыу

Музей һәм мәктәп — тығыҙ берләшмәлә эшләгән мөһим мәҙәни-мәғариф киңлектәр. Уҡыусыларҙың ижади үҫеше, фәнни донъяға ҡарашын формалаштырыу өсөн төрлө белем, күнекмәләр һәм шарттар алыу өсөн мөмкинлектәр булдырыу уларҙың берҙәм маҡсаты булып тора.

Бай тәьҫоратлы осрашыуБай тәьҫоратлы осрашыу
Бай тәьҫоратлы осрашыу

Беҙ ҙә, ошо көндәрҙә, Б.Бикбай исемендәге Яңы Мораптал ауылы мәктәбенең башланғыс кластары менән осрашыу үткәрҙек. Унда "Музей эше. Третьяков галереяһының 170 йыллығы” темаларына сығыш яһаным. Шулай уҡ музей, уларҙың эше тураһында ҡыҙыҡлы әңгәмә килеп сыҡты. Третьяков галереяһы менән дә танышты уҡыусылар. Әлбиттә, Ғәзиз Әлмөхәмәтов музейы, уның тарихы һәм эше тураһында ла һөйләшергә онотманыҡ. Тәьҫораттарға бай булған осрашыуҙы викторина һорауҙарына яуаптар биреп һәм этнографик йомаҡтарҙы сисеү менән тамамланыҡ.
Альфира НИҒМӘТУЛЛИНА, Ғ.Әлмөхәмәтов исемендәге музей директоры

Автор:
Читайте нас