Йәшәйеш
3 Февраль , 02:47

Көйөргәҙемде тыуған көнө менән ҡайнар ҡотлайым!

Илдар ӘҘЕҺӘМОВ, Махсус хәрби операция ветераны:

Көйөргәҙемде тыуған көнө менән ҡайнар ҡотлайым!Көйөргәҙемде тыуған көнө менән ҡайнар ҡотлайым!
Көйөргәҙемде тыуған көнө менән ҡайнар ҡотлайым!

- Тыуған районым – Көйөргәҙемде тыуған көнө менән ҡотлап, барлыҡ яҡташтарыма Махсус хәрби операция яланынан ҡайнар сәләмдәремде юллайым!
Ил һағында тороуобоҙға бына инде дүртенсе йыл китте. Ошо осорҙа беҙ яуҙа йөрөп яҡташтарыбыҙҙың ярҙамын, йылыһын, беҙҙең өсөн тырышыуҙарын тойоп йәшәнек. Тыуған ерҙең, тыуған яҡтарҙың ҡәҙерен ситтә йөрөп нығыраҡ аңлайһың икән, бында йәшәү өсөн барлыҡ шарттар булһа ла, өйҙә кеүек иркен, рәхәт түгел. Күңелгә үҙебеҙҙең йырҙар, үҙебеҙҙең халыҡ, аш-һыу, йолалар етмәй, һағындыра. Шуға күрә, тыуған яҡтарға ҡайтыу тураһында хәбәр килеп етһә шул тиклем ҡыуанабыҙ, ҡанатланып, осоп ҡайтабыҙ. Өйҙә инде беҙҙе яҡындарыбыҙ, әнейҙәребеҙ өҙөлөп көтөп ала, ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә үҙ ерҙәребеҙ буйлап атлап, үҙ ризыҡтарыбыҙҙы ашап, яҡташтар менән осрашып, ял итеп, кире яуға юлланабыҙ. Ялға ҡайтҡанда яҡташтар һәр яҡлап иғтибар бүлергә тырышалар, бигерәк тә тыуған ауылым Зәк-Ишмәттә көтөп алалар, төрлө осрашыуҙарға саҡырып, беҙҙең хәлдәрҙе белешеп, ҡулдарынан килгәнсе ярҙам итергә тырышалар. Яу яланында ла яҡташ егеттәребеҙ менән осрашып, аралашып алабыҙ, райондаштарҙы күрһәм яҡын туғанымды күргән кеүек шатланам, ситтә йөрөгәндә шулайыраҡ шул.
Хозур тәбиғәтле, уңдырышлы ерле, данлыҡлы шәхестәргә бай тыуған Көйөргәҙемде тыуған көнө менән ҡайнар ҡотлайым. Алла бирһә, илебеҙҙә тыныслыҡ урынлаштырып, тиҙҙән иҫән-һау үҙ ерҙәребеҙгә иркенләп ҡайтып, аяҡ баҫырға яҙһын.

Автор:
Читайте нас