Оҙаҡламай 86 йәшемде тултырасаҡмын. Оло йәштә булғанлыҡтан, ғаиләм менән, ҡышыҡылыҡҡа балалар янына Күмертауға күсеп килергә тура килде. Бында мин, электән Абдул ауылынан күсеп килгән, 91 йәшлек Венер Ниғмәтуллин абзый менән таныштым. Ул мине үҙе менән паркка скандинав йөрөшкә саҡырҙы. Унда 10-15-ләгән әбей-бабайҙар менән таныштырҙы. Улар бер нисә йыл ошо паркта бергәләп йөрөйҙәр икән. Көн һайын көндөҙгө сәғәт 3-тән алып 5-кә тиклем һаулыҡтарын нығыталар.
Хат тулы вариантта гәзиттә йома көнөндә баҫыла.