Дөрөҫөрәге, район башҡорттары ҡоролтайының яңы рәйесе, бер юлы ауыл башлығы ла, тамыры менән үҙе лә ошо ауылдан булған Фәнис Рахманғолов йыйҙы. Әсәләр ҙә ябайҙарҙан түгел, олоғайған көндәрендә бала ҡайғылары кисергән аналар.
Бөтәһе алтау булды улар. Свобода ауыл биләмәһендә улдарын ваҡытынан алда ер ҡуйынына һалған әсәләр күберәк, был сараға барыһы ла килә алмаған ғына.
Ҡоролтайҙың яңы ағзаһы, параллель рәүештә Күмертау дини-мәҙәни Үҙәктең етәксеһе лә булған Нурия апай Хәлилованың һөйләп һүҙе бөтмәне. Шәкерттәре менән бергә дин тураһында оҙон-оҙаҡ бәйән иттеләр, мөнәжәт тә һөйләнеләр, йырлап та ебәрҙеләр...
Репортаж тулы вариантта гәзиттә киләһе һанда баҫыла.