

Шулай уҡ төҙөлөш ҡорамалдары тейәлде. Сәйет ауылынан дуҫтарыбыҙ блиндаж шәмдәр тапшырҙы, Дедово ауылынан салфеткалар, бирсәткәләр, Бала Сытырман
Ағинйәҙәр ойошмаһы 2 маскет селтәрҙәр, Михайловканан парафин таблеткалары, яралыларҙы эвакуациялау өсөн күтәргестәр, 100 пар ойоҡбаш, медикаменттар өй лапшаһы, сәк-сәк, ҡорот, сало, Денискино ауылынан 60 төргәк салфетка, кофе, шәкәр, фонарҙар һәм батареялар тапшырҙылар.
Шулай уҡ, Көйөргәҙе районынан Сынбулатов Илдар Шайморатов батальонындағы ҡәрҙәштәребеҙ өсөн 265 бау бәйләне, улар яугирҙәрҙең юғары баһаһын алды һәм һәр ваҡыт даими һорау менән файҙаланыла. Был эште башҡарыу өсөн Вадим Йомағолов, фермер Фәйез Ташбулатов, Рауил Бикмаев һәм эшҡыуар Фидан Ғафаровтар шпагат менән тәьмин итте. Әйткәндәй, Сынбулатов Илдарға 800 штук бәйләү өсөн (был 2 км 700 м арҡан килеп сыға) 35 км оҙонлоғонда шпагат кәрәк булған...
Филюз Юлдашбаев, Федоровка районы Юлдаш ауылы.
Хат тулы вариантта гәзиттә баҫылды.