Бөтә яңылыҡтар
Йәшәйеш
6 Февраль , 13:32

Китмәгеҙ!

Күмертау башлығы эшенән китәм тип белдерҙе.

Китмәгеҙ!
Китмәгеҙ!

Үткән аҙна аҙағында белдерелгән был хәбәр аяҙ көндө йәшен атҡандай булды – халыҡ түрәләрҙең эше менән дә, шәхси тормошо менән дә ныҡ ҡыҙыҡһына, тегене алғандар, быныһы киткән, ә бына быныһын ултырҡандар тигән яңылыҡты үрә тороп ҡаршы ала.
Олег Астахов «мин эшемде ҡалдырам» тигән һүҙҙәрен күрҙеләр, артабан яҙғанын уҡып бөтмәнеләр – Олег Анатольевич контракт ваҡытым үтте, закон буйынса, эшемде ҡалдырырға кәрәк, әммә артабан башлыҡ вазифаһына иғлан ителгән конкурста ҡатнашам тигәненә барып етмәнеләр.
- Нисек инде улай, ҡалала һеҙҙең кеүек эшләгән башлыҡ булманы, гел ҡараҡ та, арба ватылһа утын, үгеҙ үлһә – ит тип эшләгәндәр булды, һеҙ, ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә, башҡа башлыҡтар булдырмағанды булдырҙығыҙ, китәм тип, ауыҙығыҙҙы ла асмағыҙ, бер ҡайҙа ла ебәрмәйбеҙ!..

Мәҡәлә тулы вариантта гәзиттә баҫылды. 

Автор:
Читайте нас