Бөтә яңылыҡтар
Йәшәйеш
12 Февраль , 08:33

Аллабирҙегә бөрйәндәр килгән

"Айыҡ ауыл"республика конкурсында ҡатнашыусы булараҡ, Ғәҙелгәрәй мәктәбе коллективы дуҫлыҡ, хеҙмәттәшлек маҡсаты менән Ырымбур өлкәһенең Төйлөгән районы Аллабирҙе мәктәбенә сәйәхәт ҡылды. 

Аллабирҙегә бөрйәндәр килгән
Аллабирҙегә бөрйәндәр килгән

Аллабирҙе ауылы мәктәбе- Төйлөгән районында берҙән-бер башҡорт мәктәбе. Ошо мөхиттә туған телде һаҡлап ҡалыу өсөн күп көсөн һалып, балаларға телгә һөйөү, ихтирамлы ҡараш тәрбиәләү се башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, 26 йыл мәктәп менән етәкселек итеүсе Кузбаева Сания Сәит ҡыҙына мәртәбәле сараны үткәреүҙә ҙур өлөш индергәне өсөн оло рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ. Уҡыусыларҙың тыуған еренә һөйөү менән һуғарылған сығышы, мәктәп, уҡытыусылар менән танышыу, уларҙың эш тәжрибәләре, уңыштары менән уртаҡлашыу күңелебеҙгә хуш килде. Тырыш, эшһөйәр, үҙ тыуған ерен яратҡан, башҡорт теленә уҡыусыларҙа һөйөү уята алған белемле, әүҙем, заман менән бергә атлаған уҡытыусылар эшләй икән Аллабирҙе мәктәбендә.Беҙ ҙә үҙебеҙҙең республика, район, мәктәп тураһында һөйләнек, презентациялар күрһәттек, тарихи урындар, ер-һыу атамалары тураһында мәғлүмәттәр бирҙек, буклеттар, китаптар бүләк иттек. Осрашыу ике яҡҡа ла файҙалы булды. Артабан да хеҙмәттәшлекте дауам итергә, бер беребеҙгә ярҙам итергә, йышыраҡ осрашырға һүҙ ҡуйышып хушлаштыҡ.Аллабирҙе мәктәбе директоры Бикинеева Сания Рафаил ҡыҙына матур осрашыуҙы ойошторғаны өсөн ҙур рәхмәт, мәктәп коллективына эшендә уңыштар теләйбеҙ.

Автор:
Читайте нас