

Был сараны ауыл күптән көттө, ҡасан була ла ҡасан була тип, оло бер ваҡиғаны көткәндәй көттө. Былтыр ти инеләр, уныһы һуҙыла килде, бына, ниһайәт, кисә булды йыйылыштары.
- Лира Рафаил ҡыҙы киләме? Килмәһә барыуы не стоит, - тип шарт ҡуйғандар ҙа булманы түгел
Л. Тереғолова килде. Дүрт сәғәт самаһы барҙы ла ҡуйҙы сход. Халыҡ, әйткәндә әйтеп ҡалайыҡ тигәндәй, эстәрен бушатты:
- ППМИ-ға алынған трактор ҡайҙа, уны нисәмә йыл күргән юҡ, призрак-трактор булып сыҡтымы әллә уныһы?
- Ауылда байрамдар үткәрелгәне юҡ (һабантуй, урам байрамы), сүп баҫты, Таймаҫ үлеп барғандай...
- Фермерҙарҙы бер йыйғанығыҙ юҡ, Рәйсә Яныбаева заманында гел йыя торғайны...
- Ауыл байрамдарына силсәүит йөрөмәй, ППМИ-ға фотоға төшөргә кәрәк була ғына, плакат тотоп, килеп китәләр, ә ауыл халҡын ҡотлағандары юҡ...
- Клубҡа селтәр үрергә йөрөйбөҙ, дөм ҡараңғы, эләгеп йығылһаң, бөттө, харап булаһың, урамды яҡтыртып булмаймы?
- Эсеүселәр күп, самогон һатҡандар ҙа апаруҡ. Ҡатын –ҡыҙҙар эскегә һалыша, Ҡатын-ҡыҙҙар советы ҡайҙа, үткәнендә йорт янды, бер ир шунда һәләк булды, янғын һүндерә торған тәтәй машинағыҙ ут ҡапҡан йорт янына килмәне лә...
Лира Рафаил ҡыҙы ауылдаштарҙы тынысландырырға ашыҡты:
- Заманалар ауыр, һуғыш бара. Дуҫ йәшәргә тырышығыҙ.
Башлыҡтың һүҙҙәрен йөпләп, ағинәйҙәр рәйесе Рәйлә Мәһәҙиева йыр һуҙҙы:
- Үҙ яғыма ҡайтһам...
Мәҡәлә гәзиттә тулы вариантта баҫыласаҡ.