Әлбиттә, бында мәҙәниәт йорто булмау сәбәпле, сараны ауылдың мәсетендә ойошторҙоҡ һәм бик оттоҡ тип уйлайбыҙ, сөнки берҙән – мәсет ул - Аллаһ йорто, икенсенән, бәләкәй балаларҙан башлап оло йәштәге ауылдаштар, туғандар, ауыл халҡының мәсеткә йыйылыуы үҙе бер әйтеп бөтөргөһөҙ ҡыуаныс булды. Байрамды мәсеттә көҙҙән башлап ғилем алыусы шәкерттәр һәм уларҙың алыштырғыһыҙ тырыш уҡытыусылары Миннур һәм Миңзәлә туғандар менән әҙерләнек.
Йыйыныбыҙҙың башында ошо мәсеттең имамы бөтәбеҙ ҙә хөрмәт иткән шундай ябай һәм аҡыллы Рәфҡәт хәҙрәткә һүҙ бирҙек. Шунан уҡыусылар һәм уҡытыусылар ғаилә ҡороуҙың ни тиклем яуаплылығы, уның нимәгә ҡоролоуы, атай-әсәйгә хөрмәт, бала тәрбиәһе, туғандарға мөнәсәбәт, бәхетле булыуҙың серҙәре, бөгөнгө көндә ерҙә тыныс йәшәүҙең ни тиклем мөһимлеге тураһында ентекләп һөйләү менән бергә мөнәжәттәр ҙә башҡарҙылар.
Унан инде байрамдың төп өлөшө – саҡырылған ҡәҙерле ҡунаҡтарыбыҙ - Иҫке Морапталда йәшәүсе һәм күп бала үҫтереп кенә ҡалмай, башҡаларға өлгө булып тороусы ғаиләләр менән танышып, уларҙың сығыштарын тыңланыҡ. Әлбиттә, һәр береһе тураһында ентекләп һөйләп бөтөү мөмкин түгел, бының өсөн китап яҙырға кәрәк. Хәҙер мин уларҙың исем-шәрифтәрен генә һанап китмәксемен.
Зөфәр Рәкит улы һәм Фәнүзә Ғәли ҡыҙы Туҡаевтар (6 бала), Рәфис Хөрмәтулла улы һәм Фая Әйүп ҡыҙы Ғәлиевтар (5 бала), Руслан Камил улы һәм Олеся Илдар ҡыҙы Минебаевтар (5 бала), Марсель Миниәхмәт улы һәм Элина Әсхәт ҡыҙы Назаровтар (4 бала)...
Нурия ХӘЛИЛОВА, Күмертау ҡалаһы һәм Көйөргәҙе районы мөслимәләренең етәксеһе
Хат тулы вариантта гәзиттә баҫылды.