Яңы Уренгой – Өфө поезында тыуған яҡҡа ҡайтып киләм.
21 вагон вахтовиктар менән шыплап тулған. Һәр бер вагонда 54 кеше.
Тимәк, 1134 кеше себерҙән ҡайтып килә. Шул тиклем кеше кире китеп бара. Ә ундай поездар берәү генә түгел. Вахтала эшләүселәр тыуған яҡҡа Яңы Уренгой – Ҡазан, Түбәнге Варта – Пенза, Түбәнге Варта – Астрахань поездары менән дә ҡайта. Күптәр «Башҡортостан – Себер» чаты аша машиналарҙа ҡайтыуҙы өҫтөн күрә. Улар ҙа көн һайын йөрөй. Башҡортостандың иң булдыҡлы эшсе көсө себерҙә, ситтә: Питерҙа, Мәскәүҙә, Алыҫ Көнсығышта.
2022 йылдың рәсми статистика сығанаҡтарына күҙ һалһаҡ, 165 мең 800 кеше Башҡортостандан ситтә эшләй. Был иҫәпкә инмәгәне етәрлек бит әле.
Әйткәндәй, был 165 мең кеше ғәрип-ғөрәбә түгел бит, барыһы ла типһә тимер өҙөрлөк ир-егеттәр, шул сама гүзәл заттар. Уртаса йәштәре 35-45 тирәһе.
Ә Украиналағы махсус хәрби операцияла күпме егет йөрөй! Улар был иҫәпкә инде микән? Инмәгәндәрҙер, моғайын.
165 мең кешенең 100 меңен йәштәр тип алайыҡ. Һәр береһенең уртаса икешәр балаһы бар икән, ти. Тимәк, 200 мең бала атаһын йәки әсәһен, төштә күргән шикелле, айына йәки ике айға бер генә күреп ҡала. Балалар атайһыҙ-әсәйһеҙ үҫә.
2018 йылда мине Башҡортостан телевидениеһының «Киске Өфө» тапшырыуына эксперт булараҡ саҡырғайнылар. Хәтерем яңылышмаһа, программаның темаһы «Өйҙә эшләү бәхет! Ни өсөн ситтә эшләүселәр Башҡортостанға ҡайтырға теләмәй?» ине шикелле.
Мин шунда әйткәйнем, беренсенән, вахтовиктар Башҡортостанға ҡайтһын өсөн иң тәү сиратта ниндәйҙер закон ҡабул итеп, уларға гарантия бирергә кәрәк. Икенсенән, яңы эш урындары булдырыу зарур. Өсөнсөнән, хеҙмәт хаҡтары лайыҡлы булырға тейеш. Тағы ниндәйҙер тәҡдимдәр индергәйнем, барыһы ла хәтерҙә түгел. Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙан килгән бер депутат ханым минең менән тасма-тас бәхәскә ингәне иҫемдә ҡалған. Эш урындары етерлек, вахтовиктар үҙҙәре ҡайтырға теләмәй, йәнәһе. Был «халыҡ ялсыһы» менән артабан да бер нисә тапшырыуҙа ҡатнашырға тура килде. Һуңынан ул: "Башҡа Рахманғоловты тапшырыуҙарға саҡырмағыҙ," – тигән, имеш. Быныһын миңә телевидениела эшләгән ҡыҙҙар әйтте. Хәҙер бер нисә йыл инде телевидениеға ла, радиоға ла саҡырмайҙар.
Вахтала эшләгәнемә лә дүрт йыл булды. Ниндәйҙер кимәлдә кешеләрҙең фекерен беләм, майҙанға сығып һүҙ әйтерлек тәжрибәм бар: вахтовиктарҙың күптәре Башҡортостанға бөгөндән ҡайтырға риза. Барыһы ла «Өйҙә эшләүҙең бәхет» икәнен яҡшы аңлай. Мәгәр, бөгөн уларҙың барыһының да ипотекалары, кредиттары бар. Үҙебеҙҙә эшләп кенә нисек осто-осҡа ялғамаҡ кәрәк? Ә көндәлек тауарҙарға, энергияға, коммуналь хеҙмәттәргә, яғыулыҡ-майлау материалдарына хаҡтар көндән-көн арта.
Башҡортостанда ла эш етерлек ул, тип яҙалар. Ләкин мин үҙем эшһеҙ тороп ҡалғас, табаным тишелгәнсе күпме предприятиеларҙың, ойошмаларҙың тупһаларын тапаным, бер ерҙә лә әйҙүкләп торманылар. Хатта үҙемдең журналистикала эшләгән бәғзе бер "дуҫтар" ҙа һырттарын борҙо. Ә бит мин урамдан килгән кеше лә түгел инем. Утыҙ йыл тирәһе үҙ хәбәрсе, баш мөхәррир, телевидение директоры булып эшләгән, ярайһы ғына бай тәжрибә туплаған белгес тә ят бауырға әйләнде. Үәт, шунан һуң әйтегеҙ инде, кәрәкме Башҡортостанға вахтовиктар?
...Поезд алға елә. Уйҙарыма уйылып, Силәбе өлкәһенә лә килеп керҙек. Оҙаҡламай Башҡортостан сигенә аяҡ баҫасаҡбыҙ. Вахтовиктар тыуған республикабыҙға ҡайтып килә...
Сибәғәт РАХМАНҒОЛОВ.
15-16.02.2026й.
Пыть-ях – Өфө.