Был турала инде тәүгә яҙыуыбыҙ түгел. Ауыл халҡының берҙәмлеге, тырышлығы тураһында әйтеп тораһы ла түгел.
Әле улар селтәрҙәрҙәр үреүгә өҫтәп, блиндаж шәмдәре яһауға тотонған. Ауылдан йыраҡта йәшәүсе Розалия Үлмәҫбаева төрлө яҡлап ауылдаштарына йыш ҡына ярҙам итеп тора, бына әле лә изге эштәрен хуплап ялға ҡайтҡанында ауылдаштарына аҡсалата ярҙам күрһәтеп киткән. Ауыл старостаһы Рәфис Хөсәйенов ауылдаштар менән ҡәңәш иткәндән һуң, был аҡсаларға шәм яһау өсөн парафин алырға булған. Булған суммаға парафин алып, шәм яһауға тотонған да инде ялсыҡайҙар.
Көн дә кис ауыл мәҙәниәт йортона йыйылып изге эш менән булған ауылдаштарға егеттәребеҙ яу яланынан рәхмәт һүҙҙәрен еткереп тора. Күмәкләгән яу ҡайтарған, тигән әйтемгә тап килеп, бергәләп егеттәребеҙгә ярҙам итеүен дауам итә улар. Бына әле сираттағы селтәрҙәрен үреп бөтөп, ҡыуанышып торалар.