Бөтә яңылыҡтар
Йәшәйеш
17 Февраль , 17:08

Онотмайҙар, рәхмәт

15 февраль, һәр йылдағыса, беҙҙең ғаилә өсөн дә, ил өсөн дә хәтер көнө һанала. Был көндә илебеҙҙә Яугир - интернационалистарҙы иҫкә алыу көнө, тип билдәләнгән.

Онотмайҙар, рәхмәт
Онотмайҙар, рәхмәт

Совет ғәскәрҙәренең Афған еренән сығарылыуына 37 йыл быйыл. Был ҡот осҡос һуғыш 9 йылдан ашыу дауам иткән. Күпме гонаһһыҙ, әле йәшәргә лә өлгөрмәгән йәш егеттәрҙең ғүмерҙәре ҡыйылды шул саҡ. Ул ҡәһәрле һуғыш беҙҙең ғаиләне лә урап үтмәне, ҡыҙғанысҡа бер туған мырҙам да ошо һуғыш ҡорбаны булды. Афған һуғышына үҙ теләге менән китеп, 1984 йылда шунда һәләк булып ҡалған бер туған мырҙам Нафиҡ Аллабирҙиндың исеме мәңгеләштерелде, блы турала гәзит биттәрендә хатым да баҫылған ине.
Йәкшәмбе көнө район үҙәгендә Афғанстандан Совет ғәскәрҙәрен сығарыуға 37 йыл тулыуға арналған митинг үтте. Унда беҙҙең ауылдашыбыҙ, Афғанстан һуғышы ветераны, Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы Манғотов Зариф Ғарифулла улы ла булды. Беҙ батыр ауылдашыбыҙ менән сикһеҙ ғорурланабыҙ, уға рәхмәтлебеҙ.
Сарала районыбыҙ башлығы Лира Тереғолова һәм башҡа рәсми кешеләр сығыш яһаны. Яугирҙәребеҙ таҡтаташына сәскәләр һалынды, яугирҙәребеҙҙең хөрмәтенә бер минутлыҡ тынлыҡ та булды. Инде күпме йылдар үтһә лә, батырҙарыбыҙҙы онотмай, уларҙы телгә алып, туғандарына иғтибар бүлгәндәре өсөн рәхмәтлебеҙ.
Ғайнан Аллабирҙин, Ермолаево ауылы

Автор:
Читайте нас