Был хаҡта беҙ әсенеүле хат алдыҡ. Янғын сәбәбе - эскелек. Яҡут - Айыҡ ауыл конкурсында еңгән ауыл, бында, Башҡортостан тарихында беренсе тапҡыр, ауылда араҡы һатыуҙы махсус закон сығарып, тыйҙылар тип, эй, ҡыуанышҡан инек тә баһа. Баннерҙар элделәр яҡуттар, төрлө саралар үткәрҙеләр (күрегеҙ: беҙ эсмәйбеҙ!), спорт майҙансығы ла булды, парк... Әммә айныҡ йөрөр өсөн былары ғына аҙ булды, күрәһең.
- Күрше ауылда - Яңы Морапталда ғына магазин, шылтыраттың, алғаның мең һумдан артһа, нимә теләйһең, шуны, һә тигәнсе алып киләләр, - Яҡутта магазин юҡ (бында араҡы һатыуҙы тыйҙыҡ тигәнгә өҫтәмә бер лаҡап - магазин булмағас, кем нимә һатһын), тимәк, араҡы ла юҡ тигәнгә яуап.
Был янғынға бәйле хат киләһе һанда гәзиттә баҫыла.