Йәшәйеш
20 Февраль , 03:29

Һикһән ике йәшлек «егет»

Күмертау медицина округында ВИЧ-инфекция эләктергән 1655 кеше йәшәй.

Һикһән ике йәшлек «егет»Һикһән ике йәшлек «егет»
Һикһән ике йәшлек «егет»

Был йәһәттән беҙҙең күрһәткестәр республиканыҡын уҙып китә, Күмертау, инде нисә йыл, алдынғылыҡты береһенә лә бирергә теләмәй. Был дауалап булмаҫ сирҙе иң күбе енси юл менән эләктерәләр, бөтөн ВИЧ сирлеләрҙең 96,2 проценты уны түшәктә тапҡан. Ҡыуандырған ере лә бар: ВИЧ-инфекция йөрөткән халыҡ араһында үлем кәмегән, 2024 йылда 32 кеше донъя менән хушлашһа,  2025-тә – 21.

Тағы ла бер ғәжәп иткән ере бар. Күмертауҙа иң оло ВИЧ сирле кешегә 82 йәш. Ауырыуҙы ул йәш, дәртле сағында йоҡторғанмы йәки һаман булһа күңеле 18 йәшлек егеттәрҙеке кеүекме, был турала ҡарт үҙе генә белә.

"Юшатыр" гәзите элегерәк Күмертауҙа 1940 йылғы инәйҙең дә ошо яман сир менән ауырыуы тураһында яҙғайны ЛӘЗЗӘТ. 

Автор:
Читайте нас