Уларҙың тәү тапҡыр осрашыуына быйыл 20 йыл да булған. Ошо ара эсендә йәштәр ғаилә ҡороп, өс балаға ғүмер бүләк иткәндәр. Улдары Инзил һәм Фәнзил, бәләкәй һеңлеләре Замира өсөн терәк-таяныс, хәстәрлекле ағайҙар булып тора.
Йыһаншиндарҙың ғаилә сере: ихтирам, ышаныс һәм бер-береңде аңлау. Девиздары – “Һәр ваҡыт, һәр ерҙә - бергә!" Йыһаншиндар фекеренсә, ғаилә тормошонда иң мөһим йүнәлештәр – мөхәббәт, бер-береңә ышаныс һәм әхлаҡи тәрбиә.
Йыһаншиндар балаларына лайыҡлы тәрбиә биреү өсөн уңайлы ғаилә мөхите булдырырға тырыша, уларҙы эшкә, ижадҡа, милли мираҫҡа һәм мәҙәниәткә ихтирамлы мөнәсәбәткә йәлеп итеүгә иғтибар бүлә, балаларының һәр башланғыстарын хуплап, ярҙам итеп тора.
Ғаилә ағзалары төрлө өлкә менән ҡыҙыҡһыныуына ҡарамаҫтан, уртаҡ шөғөлдәр һәм мауығыуҙар өсөн дә ваҡыт таба улар. Йыһаншиндар буш ваҡытта бөтә ғаиләһе менән беҙҙең яҡтың матур урындары буйлап сәйәхәт итергә, ҡышын саңғыла, конькиҙа, тюбингта шыуырға, йәйгеһен бөтәһе бергә турпоходтарға йөрөргә ярата. Ҡышҡы оҙон кистәрҙә ижад, ҡул эштәре менән шөғөлләнәләр.
Зинира Илшат ҡыҙы - ҡул эштәренең ысын оҫтаһы, башҡорт мәҙәниәтен һаҡлаусы, ул буш ваҡытта милли кейем элементтарын булдырыу менән мауыға. Уның ҡул эштәре күҙҙең яуын алып, ҡалала үткән һәр сарала күргәҙмәгә теҙелә.
Ғаилә башлығы Фәнил Зөфәр улы ла ижади кеше, уның оҫта һүрәт төшөрөү һәләте улдарына ла күскән, ир кеше булараҡ улар төрлө техника, тәбиғәт күренештәрен һүрәтләй. Ағас менән дә оҫта эш иткән ғаилә башлығы, тормош иптәшенә һәр яҡлап ярҙам итә, уның эш урынында төрлө кәрәкле ҡорамалар яһай ул. Әйткәндәй ҡыҙҙары Замира әлегә бәләкәй генә булһа ла, шулай уҡ, төрлө ижади конкурстарҙа ҡатнаша, һүрәт төшөрә, ҡул эштәренә лә өйрәнә бара.
Йыһаншиндар балаларына иң мөһим ҡиммәттәрҙе һәм халҡыбыҙҙың йолаларын һалырға тырыша: мөхәббәт, үҙ – ара аңлашыу, изгелек, рухилыҡ, ололарҙы хөрмәт итеү - былар барыһы ла татыу ғаиләнең ныҡлы нигеҙе булып тора.
Йыһаншиндарҙы ла үҙ номинацияларында еңеүҙәре менән ихлас ҡотлайбыҙ, бындай ижади ғаилә өсөн лайыҡлы еңеү, тип һанайбыҙ һәм татыу ғаиләгә артабан да ҙур уңыштар теләйбеҙ.