Йәшәйеш
27 Февраль , 03:19

Лицейҙа патриотик йырҙар яңғыраны

Кисә лицейҙа йырҙар хоры бәйгеһе үтте.

Лицейҙа патриотик йырҙар яңғыраныЛицейҙа патриотик йырҙар яңғыраны
Лицейҙа патриотик йырҙар яңғыраны

Быйыл ул патриотик йырҙарға арналды. Бәйгелә 5-се кластан алып 11-се класҡа тиклемге уҡыусылар үҙҙәренең йыр оҫталығын күрһәтте.
Сараның маҡсаты — йәш быуында илһөйәрлек тойғоһон тәрбиәләү, тарихыбыҙға һәм мәҙәниәтебеҙгә ихтирам уятыу. Бәйгелә һәр класс үҙенең сығышы менән тамашасыларҙың күңелен яуларға тырышты.
Жюриға еңеүселәрҙе билдәләү еңел булманы, сөнки һәр сығыш үҙенсәлекле һәм көслө ине. Бәйге йомғаҡтары буйынса урындар бүленде, әммә иң мөһиме — залдағы патриотик рух һәм берҙәмлек тойғоһо ине.

Автор:
Читайте нас