Бөтә яңылыҡтар
Йәшәйеш
28 Февраль , 08:33

Хәбәрһеҙ юғалғаны иҫән, һәләк булғаны риза булһын

26 февралдә Йомағужа ауылындағы мәсеттә ифтар алдынан «Йөрәктән - йөрәккә» тип аталған мәртәбәле сара үткәрҙек.

Хәбәрһеҙ юғалғаны иҫән, һәләк булғаны риза булһын
Хәбәрһеҙ юғалғаны иҫән, һәләк булғаны риза булһын

Бында Яңы Муса һәм Йомағужа ауылында дини ғилем алыусы уҡыусылар үҙҙәре әҙерләп, шул тиклем ихлас итеп үткәрҙеләр. Яңы Мусанан килгән 15 мөслимә һәр береһе шундай матур итеп һөйләнеләр һәм Йомағужалар менән бергә мөнәжәттәр әйттеләр. Шунан инде сарабыҙҙың иң мөһим өлөшө - СВО-ла ҡатнашҡан, хәбәрһеҙ юғалған һәм һәләк булған яугирҙәрҙең ата- әсәләре тураһында Йомағужалар матур итеп һөйләп, ауыл хакимиәте башлығы Рөстәм Миниән улы рәхмәт хаттары һәм имам-мөхтәсибебеҙ Айнур Сәлим улынан бүләктәр тапшырҙыҡ. Унан инде күмәкләп, һуғыштар бөтһөн, дини ғилемле молсолмандар, бәхетле ғаиләләр күбәйһен, кешеләр дуҫ һәм татыу йәшәһен тип доғалар ҡылып, ифтар аштары ашап, рәхәтләнеп өҫтәл артында рәхәтләнеп аралаштыҡ, Аллаһҡа шөкөр! Бөтәһе өсөн дә Аллаһҡа сикһеҙ рәхмәттәр әйтәбеҙ, шулай уҡ ошо сараны әҙерләүсе Йомағужа, Яңы Муса ҡыҙҙары һәм уларҙың уҡытыусылары Таңһылыу һәм Гүзәлгә, Рәхмәт хаттары, бүләктәр тапшырыусы Рөстәм һәм Айнур хәҙрәттәргә Урал тауындай ҙууур рәхмәт! Туғандар! Берҙәм булайыҡ, бергә булайыҡ! Әмин!

Нурия Хәлилова, Күмертау ҡалаһы. 

Автор:
Читайте нас