23 көндө ауылыбыҙҙың әүҙем ирекмәндәрен йыйып, эшләгән эштәре өсөн рәхмәт белдерҙек. Ваҡыттарын йәлләмәй, көн дә эшкә йөрөгән кеүек маскировка селтәрҙәре үрергә йөрөгән ауылдаштарҙы сәй табынына йыйып, Ватанды һаҡлаусылар көнө менән ҡотланыҡ. Сәй табынына батыр ауылдаштарыбыҙ: Афған һуғышы ветераны Илшат Абдрахмановты, бөгөнгө көндә махсус хәрби операция яланында ил һағында тороп, ялға ҡайтҡан Динар Мөрсәлимовты, яңыраҡ ҡына әрме сафтарынан ҡайтҡан, шулай уҡ махсус хәрби операция ветераны булған Арслан Аҡсуринды саҡырҙыҡ. Ҡыҙғанысҡа, Динарыбыҙ осрашыуға килә алманы, аңлап торабыҙ ялға бирелгән һанаулы көндәрҙә бушай ҙа алмағандыр. Сара бик күңелле уҙҙы, ауылдаштар менән сәй эсешеп алғандан һуң, егеттәребеҙҙе бүләкләп үттек, баянға ҡушылып йырлашып, бейешеп күңел астыҡ. Гөлнара Аҡсурина үҙе исеменән сараға йыйылған егеттәрҙе бүләкләне. Мин бағыусылар ярҙамы менән алынған бүләктәрҙе тапшырҙым. Бүләк алыуға аҡса биргән депутатарыбыҙ: Юлай Рәфҡәт улы Сәғитовҡа, Рәлиф Рәсүл улы Вахитовҡа һәм Гөлнур Флүр ҡыҙы Хөсәйеноваларға ҙур рәхмәт. Сәй табынына бешеренеп килгән Луиза апай Сәғитоваға, Лиза апай Саттароваға, Гөлнара апай Аҡсуринаға, Рәхимә еңгә Йыһаншинаға, тормош иптәшем Гөлнур Хөсәйеноваға, Зөлфиә апай Фәтҡуллиналарға ҙур рәхмәт, аяҡ-ҡулдары һыҙлауһыҙ булһын
Хат тулы вариантта гәзиттә баҫылды.