Бөтә яңылыҡтар
Йәшәйеш
5 Март , 14:56

Парлы ғаиләләргә оҙон тигеҙ ғүмер теләйбеҙ!

Бик тәрән, йөкмәткеле ял минуттары ойошторҙолар Яҡут башланғыс мәктәбендә, етеп килгән "Әсәләр" көнө уңайы менән!

Парлы ғаиләләргә оҙон тигеҙ ғүмер теләйбеҙ!
Парлы ғаиләләргә оҙон тигеҙ ғүмер теләйбеҙ!

Быйылғы йыл, башлығыбыҙ Р. Хабировтың указы буйынса, "Ҙур һәм татыу ғаилә йылы"- тип иғлан ителгәйне, ошо ғаилә төшөнсәһенең бар аҫылын асып һалдылар ҙа инде балалар: Әсәй, атай, өләсәй,олатай ниндәй генә йылы һүҙҙәр әйтеп ололаманы байрам уңайы менән балалар, ошо иң ҡәҙерле, тормош юлында бик кәрәкле булған кешеләрен.
Ул иртүк тора, ашарға әҙер- тип әсәйҙе ҙурлаһалар, атайларға инде;
-Атайым минең иң уңғаны, иң батыры тигән дә, ҙур ғорорланыу сағылып ҡала һәр бер баланың күҙендә, өләсәй менән олатай ҙа шул хәҙәрем был донъяла бик кәрәкле, һәр бер ғаилә өсөн ролдәре бик ҙур икәнен тап ошондай балалар әҙерләгән кисәләрҙә аңлап, ғорурланып, рухланып ултыраһың, һәр бер концертҡа килгән тамашасы ошо хистәрҙе кисергәндер.
Иң сағыу ғаиләләр менән яҡындан таныштыҡ, һәр бер ғаиләнең өҫтәле матур итеп биҙәлгән, үҙ ҡулдары менән һәр бер ғаилә тырышып ваза яһаған.
Бына ошо татыу ғаиләләр биҙәне бөгөнгө кисәне;
Кадыргуловтар Ринат,Зенфира
Исламгуловтар Фаниль, Гульфия.
Кадыргуловтар Дамир, Айсылу.
Дауытовтар Рауль, Нәзирә.
Саликбаевтар Рамиль, Райля.
Ишдавлетовтар Расим, Эльвира.
Сағыу- күркәм парлы ғаиләләргә оҙон тигеҙ ғүмер теләйбеҙ!
Байрамды ойоштороусыларға ла татыу бәхетле тигеҙ ғүмер теләйбеҙ!

Исламғолова Таңһылыу 

 

Автор:
Читайте нас