Бөтә яңылыҡтар
Йәшәйеш
6 Март , 13:05

“Ауылды яратам”

Быйыл Социалистик Хеҙмәт Геройы Вахитов Ш.М. исемендәге премия лауреатына Әнүәр Усмановтың хужалығында оҙаҡ йылдар һауынсы булып эшләгән Елена Вячеславовна Ишмөхәмәтова лайыҡ булды.

“Ауылды яратам”
“Ауылды яратам”

- Әнүәр Хәким улында һауынсы булып эшләүемә бына 10 йыл да булып киткән. Йәшлекте иҫкә алһаң, мин инде 12 йәштән һауынсы булып эшләйем. Беҙҙең заманда ҡайҙалыр эшләү, үҙ-аллы аҡса табыу бик престижлы ине. Эшләмәй йөрөү, эш урынын йыш алмаштырыу кеүек күренештәр һирәк булды, эшкә ингәнһең икән, үҙ эшеңде тырышып, намыҫ менән башҡарыу мөһим ине. Ул заманда һыйыр һауыу ауыр булһа ла, миңә был бик оҡшай ине, мин үҙем Һамар ҡалаһында тыуһам да, әсәйемдең тыуған яҡтарына Марьевка ауылына ҡайтып төпләндем, ошонан бер ҡайҙа күсеп китергә уйламайым, сөнки мин ауылды яратам.
Тормош иптәшем башҡорт, үҙем урыҫмын, шуға ҡарамҫтан 32 йыл инде татыу ғүмер итәбеҙ, ул минең ныҡлы терәгем, ярҙамсым. Ул да Әнүәр Усмановтың хужалығында комбайнер булып эшләп йөрөй.

Мәҡәлә тулы вариантта гәзиттә баҫылды. 

Автор:
Читайте нас