Йәшәйеш
11 Марта , 04:42

Эше донъяны йәмләй

Алда булһа ҙур теләк, эштән ял таба йөрәк, тиелә халыҡ мәҡәлендә. Шуның кеүек бар эшкә лә булдыҡлы ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ араһында оҫта ҡуллылар бихисап беҙҙең районда: кемдер матур бәйләй, икенселәр килешле итеп тегә, бәғзеләре иһә сигергә, бешеренергә ярата. Илкәнәй ауылында ла үҙенең оҫталығы менән хайран ҡалдырған ханым бар. Гүзәлиә Алтынбаеваның оҫта ҡулдары менән бәйләнгән уйынсыҡтары, ултырғыс, диван япмалары, мендәр тыштары, ойоҡбаштар, шарфтар, косынкалар, һуғылған балаҫтары күҙҙең яуын алырлыҡ. Уның һәр эше донъяны йәмләй.

Эше донъяны йәмләйЭше донъяны йәмләй
Эше донъяны йәмләй

Ҡул оҫтаһы ғына түгел Гүзәлиә ханым, ә аш-һыуға ла маһир. Бешергән тәмлекәстәре, ысынлап та, телде йоторлоҡ.
- Миңә бәйләү ҙә, тегеү ҙә, бешеренеү ҙә берҙәй оҡшай. Ҡул эштәренең һәр төрөн "тәмләп" ҡарарға тырышам. Эшеңде күңел һалып башҡарырға кәрәк. Мин дә күңелемә ятҡан ҡул эштәренә йөрәк йылымды ҡушам. Был эштәр менән шөғөлләнеүҙән күңел тыныслығы, дәрт-илһам алам, - ти оҫтабикә.
Ә инде уның оҫталығын туғандары, яҡындары ла ҡеүәтләп, дәртләндереп кенә тора. Гүзәллеккә һоҡланып йәшәгән ҡатындың тилбер ҡулдары тыуҙырған матурлыҡҡа һис кенә лә битараф ҡалып булмай: күңелдә байрам, ғорурланыу тыуа. Күҙ ҡамашыр, күңелде иләҫләндерер сихри көскә эйә Гүзәлиә Мөхәррәм ҡыҙының ижад емештәре. Уның эштәрен ҡарағанда, үҙеңде әкиәт донъяһында шикелле хис итәһең. Алтынбаевтарҙың өйҙәрендә булғанда, ҡайҙа ғына күҙ йүгертһәң дә, хужабикәнең һоҡланғыс ҡул эштәренә юлығаһың. Йомарт ханым йорттарына килгән бер кемде лә буш сығармай, мотлаҡ бүләк биреп оҙата.
Изге күңелле Гүзәлиә ханым илдә барған хәлдәргә лә битараф ҡала алмай. Махсус хәрби операцияла йөрөгән яҡташтарыбыҙға хәленән килгәнсә ярҙам итә. Яугирҙәребеҙгә ярҙам йөҙөнән ойоҡбаштар, өс бармаҡлы бейәләйҙәр бәйләй. Ябай ғына ҡулдар тыуҙырған матурлыҡ күҙҙе ҡамаштырһа, ябай ауыл ҡатынының тормошҡа булған һөйөүе күңелдә һоҡланыу уята.
Изге Рамаҙан айында ауылыбыҙҙа ураҙа тотоусыларҙы ла иғтибарһыҙ ҡалдырмай Гүзәлиә Мөхәррәм ҡыҙы. Уларға туҡмастар киҫеп тарата.
Уңған ханымдың башҡарған изгелектәре үҙенә меңләтә игелектәр булып ҡайтһын, сауаптары насип булһын.
Илкәнәй Гүзәлиә апай кеүек уңған, талантлы, эшкә маһир ҡатындары менән йәмле. Байрам менән, оҫта ҡуллы гүзәл заттар!

Автор:
Читайте нас