Бөтә яңылыҡтар
Йәшәйеш
13 Март , 08:54

Асыҡтан-асыҡ һөйләшеү

Бөгөн Көйөргәҙе районы хакимиәте башлығы Лира Тереғолова тура эфирҙа район халҡының һәм гәзит редакторҙарының һорауҙарына яуаптар бирҙе.

Асыҡтан-асыҡ һөйләшеү
Асыҡтан-асыҡ һөйләшеү

1. Лира Рафаил ҡыҙы, районды етәкләүегеҙгә ярты йылдан ашыу ваҡыт үтте, ошо ара эсендә нимәләр эшләнде?
- Хәйерле көн, хөрмәтле Көйөргәҙеләр! Элек мин социаль өлкәлә, күберәк мағәриф өлкәһендә эшләнем һәм ул өлкәлә барыһын да биш бармағым кеүек белә инем, район башлығы булып килгәс, иһә, миңә бар өлкәләрҙе лә яҡшы белеү кәрәклеген аңланым. Ошо ара эсендә район халҡы, уларҙы борсоған мәсьәләләр менән, хакимиәткә ҡағылғын бар өлкәләр менән яҡындан танышыу менән мәшғүл булдым. Нимәлер эшләнем, тип күкрәк һуғып әйтеү өсөн әлегә иртәрәк. Әлегә ниндәйҙер ваҡ мәсьәләләр генә хәл ителә килде, улар хатта һиҙелмәй ҙә кеүек, шулай ҙа эшһеҙлектән йонсоп, нимә эшләргә белмәй ултырмайбыҙ.
2. Төнъяҡ биҫтәһенә һыу үткәреүгә бәйле бик күп һорауҙар килә.
- Ысынлап та, был күптән һуҙылып килгән, күптәрҙе борсоған бәлә. Һорауҙы ташлап ҡуйманыҡ, уны хәл итеү өҫтөндә эшләйбеҙ, тик был бер көндә эшләнә торған эш түгел, мәсьәлә тотҡарлана. Бөгөнгө көндә һыу үткәреү проекты дәүләт экспертизаһында ята, уны "Коммуналь инфраструктураны яңыртыу" республика адреслы инвестиция программаһына индереү өсөн эштәр алып барыла. Тиҙҙән берәй программа ярҙамында был һорауҙы хәл итербеҙ, тип ышанам. Ғинуар айында республика башлығының Премьер-министры Рөстәм Ғәзизов ҡунаҡҡа килгәндә, беҙ уның менән тап ошо һорау буйынса был микрорайонда булдыҡ. Министр был мәсьәләне үҙ ҡарамағына алды, шуға күрә ыңғай яуап көтөп ҡалабыҙ.
3. Чкалов урамында тротуар юҡ. Уҙған йылда “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” федераль программаһы сиктәрендә урындағы халыҡ тап ошо тәҡдим өсөн тауыш биргән ине, шунан сығып, блы һорау ниндәй этапта?
- Подрядсы билдәләнгән, май айында эштәр башланасаҡ. Сокол спорт комплексынан алып Ватутин урамына тиклем тротуар һалынасаҡ, эштәр тапшырыу ваҡыты 2026 йылдың 31 октябре.
4. Күмертау ҡалаһынан Ермолаевоға ингән ерҙә яҡтылыҡ бағаналары ҡуйыласаҡмы?
- Урал яҡтылыҡ заводы менән ошо ергә яҡтылыҡ бағаналары урынлаштырыу тураһында һөйләшеүҙәр алып барабыҙ. Шулай уҡ “Ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү” программаһына ла өмөт бағлайбыҙ, был һорау тиҙҙән урынынан ҡуҙғалыр, тип ышанабыҙ.
5. Ленин урамындағы туҡталыштар кире урынына ҡайтасаҡмы?
- 2024 йылда Ленин урамында өс йылға ҡаралған ремонт эштәре башланғайны. Ремонт һөҙөмтәһендә был урамға асфальт түшәлде, юл ситтәренә ҡырсын һалынды. Подрядсы 2026 йылдың 1 сентябренә тиклем туҡталыштарҙы урынлаштырып, был урамдың ремонт эштәрен тамамларға вәғәҙә бирҙе.
6. Юлдарға бәйле һорауҙар бихисап. Киләсәктә юлдарҙың хәл-торошона бәйле ниндәй пландар бар?
- Ысынлап та был районыбыҙҙа иң ҡырҡын торған мәсьәләләрҙең береһе. Юлдарға килгәндә беҙҙең район буйлап федераль, төбәк һәм муниципаль әһәмиәттәге юлдар үтә, дөйөм алғанда уларҙың оҙонлоғо 600 киллометрҙан ашыу. Юлдарҙың иң күбе – 75% ҡырсын түшәмле, 25% - асфальт. Райондың муниципаль әһәмиәттәге юлдарының төп өлөшөн Күгәрсен юл ремонтлау-төҙөү идаралығының Көйөргәҙе участкаһы ЮЛ РЕМОНТЛАУ-ТӨҘӨҮ ИДАРАЛЫҒЫНЫҢ хеҙмәтләндерә. Асфальт юлдарҙа тишектәрҙе тямау планлаштырылған. Ермолаево ауылының Ленин, Көйөргәҙе, Юбилей урамдарында башланған юлдарҙы төҙөкләндереү эштәре дауам итәсәк. Илкәнәй-Йомағужа юлдары юлдарына ҡырсын түшәләсәк. Маяҡ-Түбәнге Баба юлы арауығына асфаль һалыуҙы дауам итәсәкбеҙ. Әлегә юлдарға бәйле пландар шулайыраҡ.
7. Ермолаево ауылыныфң Ватутин урамының юлына һәм Юшатыр ауылына төшкән ерҙәге юлдарға бәйле мәсьәләгә нимә тиерһегеҙ?
- Ватутин урамының юлдарын ремонтлау план буйынса 2027 йылға тиклем дауам итәсәк. Контрактҡа ярашлы уҙған йылда подрядсы бүленгән аҡсаға был урамдың 200 метрына асфальт һалған. Быйыл эштәр дауам итәсәк һәм 2027 йылға был урамға тулыһынса асфальт түшәлеп бөтәсәк.
Юшатыр ауылының юлына килгәндә, контрактҡа ярашлы 19.6 км тәшкил иткән был юлдың ремонт эштәре лә 2027 йылға тамамланасаҡ. Уҙған йылда 5,1 км юлға ҡырсын түшәлгән, быйыл эштәр дауам итәсәк.
Юлдарға бәйле иң актуаль һорауҙарҙы хәл итеү мөһим, киләсәктә 2-3 йылға юлдарҙы төҙөкләндереү буйынса план төҙөп ҡуйырға кәрәк буласаҡ.
8. Ермолаевоның быуаһына килгәндә, уның территорияһын төҙөкләндереү дауам итәсәкме?
- Районыбыҙ “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” программаһында бик әүҙем ҡатнаша. Быйылғы йылдың апрель-май айҙарында киләһе 2027 йылда төҙөкләндерергә теләгән объекттарҙы тауыш биреүгә индерергә планлаштырабыҙ. Ермолаево быуаһының тирә-яғын төҙөкләндереүҙе ошо тауыш биреүгә индереп, плотинаны нығытыу, яр буйын төҙөкләндереү, пирс, яҡтылыҡ урынлаштырыуҙы күҙаллайбыҙ. Тап ошо объект еңеп сыҡһын тиһәгеҙ, әүҙем тауыш биреүегеҙ һорала.
9. Районыбыҙҙың тыуған көнөнә быйыл ҙур бүләк булып, күптән көтөлгән бассейн асылды, ошоға бәйле үҙ тәьҫораттарығыҙҙы әйтеп үтһәгеҙсе, ниһәйәт бассейн асылды тигән еңеллек бармы, әллә артабан бассейнды тейешле хәлдә тотоуға бәйле хафаланыуҙар кисерәһегеҙме?
- Әлбиттә, бассейн асылшы тәү сиратта беҙҙең өсөн ҙур шатлыҡ, оло ҡыуаныс. Сөнки был асышты район халҡы оҙаҡ йылдар түҙемһеҙләнеп көттө. Бөгөнгө көндә бассейн тулыһынса, тейешле режимда эшләй, унда район халҡы өсөн төрлө йөҙөү программалары булдырылды, балалар, ололар, йәштәр, үҫмерҙәр бассейн ишектәре һәр кем өсөн асыҡ, шулай уҡ, теләгәндәргә аква-аэробика ла бар. Булған бөтә объекттарҙы ла тейешле хәлдә тотоу мөһим, бының өсөн һаҡсыл ҡараш ҡына етмәй, объект ҡаҙнаға зыян килтермәһен өсөн, уның эшен финанс яҡтан дөрөҫ яйға һалыр кәрәк. Әлегә халыҡтың бассейнға әүҙем йөрөүө ҡыуандыра.
10. Шулай уҡ бассейнға бәйле һорау, мин йөҙә белмәйем, тик йөҙөргә өйрәнеү теләгем ҙур, бассейнда шәхсән йөҙөргә өйрәтеү программаһы бармы?
- Бөгөнгө көндә бассейнда йөҙөргә өйрәтеү өлкәһендә педагогик эшмәкәрлек алып барыуға рөхсәт алыу процесы бара. Был эшкә лицензия алыу менән теләүселәрҙән төркөм туплай башларбыҙ, тип ышанам.
11. Беҙ күп балалы ғаилә, районда күп балалы ғаиләләргә ярҙам итеү буйынса ниндәй саралар бар?
- Районыбыҙҙа 500-ҙән артыҡ күп балалы ғаилә теркәлгән. Ауыл хакимиәте хеҙмәткәрҙәре, мағәриф ойошмалары, шулай уҡ районыбыҙҙың Ғаилә үҙәге улар менән тығыҙ бәйләнештә. Күп балалы ғаиләләргә төрлө ярҙам ҡаралған, миҫал өсөн балалар бушлай түңәрәктәргә йөрөй ала, мәктәптә бушлай туҡлана, һауыҡтырыу лагерҙарына юллама ала һәм башҡа ошондай ярҙам ҡаралған. Тағы ниндәй ярҙамдар бар, был һорауға яуапты ныҡлап белешкәс ҡайтарырбыҙ.
12. Район халҡы яуҙа йөрөгән егеттәргә әүҙем ярҙам итә, тупланған ярҙамды районыбыҙҙа ҡайҙа алып барып тапшырырға була?
- Гуманитар ярҙам район хакимиәте бинаһында туплана һәм ошонан уҡ яуға оҙатыла. Осрашыуҙарҙа ла, ирекмәндәрҙең үҙҙәренә лә был турала һәр ваҡыт әйтеп киләм, социаль селтәрҙәрҙә лә мәғлүмәт баҫылып тора. Шулай уҡ, районыбыҙҙа “Көйөргәҙе” хәйриә фонды эшләп килә, яуҙағы егеттәргә ярҙам итергә теләгән, уларға битараф булмаған ошо фондҡа аҡсалата ярҙам итә ала, йыйылған аҡсаларға егеттәргә кәрәкле нимәләр алабыҙ.
13. Ғинуар айында, районыбыҙҙың тыуған көнө уңайынан йәштәр менән осрашып, форум ойошторған инегеҙ, шунда район үҫеше буйынса бик күп ҡыҙыҡлы тәҡдимдәр яңғыраны, уларҙы иҫәпкә алаһығыҙмы?
- Әлбиттә, йәштәрҙең фекерен һәр ваҡыт ҡолаҡҡа эләм, сөнки улар заман менән бергә атлай, заманға тейешле фекерләүҙәр аша район үҫешен күҙаллай. Йәштәр районыбыҙҙы барыһын да йәлеп итеп торорлыҡ итеү өсөн төрлө, ҡыҙыҡлы тәҡдимдәр индерҙе. Миҫал өсөн, районыбыҙ буйлап ҡыҙыҡлы туристик маршрут төҙөү тәҡдиме булды, беҙ уны ҡәләм осона алдыҡ.
14. Ҡатын-ҡыҙ булараҡ район менән идара итеү ауыр түгелме?
- Минең уйлауымса, районды етәкләү бер кемгә лә еңел бирелмәйҙер, район һынлы районды етәкләп барыу ҡатын-ҡыҙға ла, ир-аттарға ла ауырҙыр. Был эшкә тулыһынса үҙ-үҙеңде бағышлау мөһим, шулай уҡ һиҙмерләү, алдан күреүсәнлек талап ителә. Мин был урынға тыуған Көйөргәҙемде яратҡанға ҡайттым һәм уны үҫтереү өсөн ҡулымдан килгәнсе тырышасаҡмын.
Район халҡының һорауҙары бихисап йыйылып киткән, Дәүләт хеҙмәттәре порталында ғына 20-нән ашыу һорау килде, уларҙың күбеһе, әлбиттә, йәшәйешкә бәйле. Тура эфирҙа Лира Рафаил ҡыҙы бар һорауға ла яуап биреп өлгөрмәне, шуға ҡарамаҫтан, бер һорау ҙа яуапһыҙ, иғтибарһыҙ ҡалмаҫ, тип вәғәҙәләне.
- Тура эфирҙы ҡараған, һорауҙар биргән Көйөргәҙе халҡына рәхмәтемде белдерәм. Бер һорау ҙа иғтибарһыҙ ҡалмаҫ, барығыҙ ҙа яуап алырһығыҙ. Һеҙҙең һорауҙар миңә артабан ниндәй йүнәлештә эшләргә юл күрһәтә, районыбыҙ мәсьәләләренә төшөнөргә ярҙам итә. Эшемде дауам итәм, һау булығыҙ, - тип тамаланы тура эфирҙы Лира Рафаил ҡыҙы.

Автор:
Читайте нас