Ысын депутат шулай булырға тейештер ҙә – һауанан осоп түгел, ерҙән атлап йөрөргә, тирә-яҡтағы матурлыҡты ла, донъяның ҡыйыш яҡтарын да күрергә.
Юлай Рәфҡәт улының бер заман олатаһы сирләп китә (оло кеше ул, янына Ялсыҡай фельдшеры йыш килә), килә лә дарыуҙарын, башҡаһын сығара башлай, ә барыһы ла ниндәйҙер тоҡсайға һалынған.
- Махсус сумкағыҙ юҡмы ни, Асия апай?..
...- Анау ваҡыт Бәләкәй Муса менән Күмертау араһында уҡтар төшөп ҡалған тип «Юшатыр» төркөмөндә, зыҡ ҡубып, эҙләйҙәр ине- таймаҫтар ҡайҙалыр барғанда, мин биргәнде, асығауыҙланып, төшөрөп ҡалдырғандармы әллә?- депутат беҙҙең интернет төркөмөндәге иғланға ишаралай, борсола...
Был хаҡта тулыраҡ гәзиттә баҫыласаҡ.