Бөтә яңылыҡтар
Йәшәйеш
19 Март , 08:15

Мине алып ташлағыҙ!

Мәҙәниәт хеҙмәтҡәрҙәре өсөн тауыш биреү былай уҡ ҡыҙыу булыр тип уйламаған инек.

Мине алып ташлағыҙ!
Мине алып ташлағыҙ!

Тиҙҙән уларҙың байрамы, ошо уңайҙан, төркөмгә саҡ ҡына булһа ла төрлөлөк керетәйек тип кенә эшләнгән эш ине (тауыш биреүҙәр күптән булғаны юҡ  - ваҡытты эш йота).

Һәм китте... Беҙ был тауыш биреүҙе әллә ни яҡын ҡабул итмәгеҙ тип тә, йыуатҡан һымаҡ, әйткән инек, дөп-дөрөҫ, иң ғәҙел ҡарарҙы барыбер сығара алмайбыҙ. Әлбиттә, беҙ – жуналистар – был эшмәкәрлеккә ҡарата (ниндәй завклуб нисек эшләй) үҙ ҡарашыбыҙ бар, ошо ерҙән йөрөйбөҙ, кемдер айына бер аса ла яба клубын, кемдер төрлө идеялар менән янып, яңынан-яңы проекттар уйлап табып эшләй, мәҙәниәт йортонда төрлө саралар йыш үтеп тора...

Алдан уҡ әйттек: беҙ ҡабалан-ҡарһалан ғына ҡуйҙыҡ мәҙәниәт хеҙмәтҡәрҙәрен, шуға һәр кем, кәрәк тип тапһа, үҙ кандидатураһын өҫтәтә ала. Өҫтәттеләр. Ҡотлоюлды, мәҫәлән. Мәслихәт бит был, кеше үҙенекен күрә, уға матур баһа бирә. Икенселәр ҙә өҫтәтте. Әрләй-әрләй тиерлек. Өҫтәнек. Әммә... Завклуб үҙе үк, мине алып ташлағыҙ, тине. Сәбәптәрен белмәйбеҙ, үҙенә генә мәғлүмдер, әммә йәне теләмәй икән, көсләшергә дәрт юҡ. Алдыҡ.

Ә ҡалғандар менән эш дауам итә. Тауыш биреүҙе байрам алдынан туҡтатабыҙ.

Фотола: алда барған тәүге өсәү.

Автор:
Читайте нас