Йәшәйеш
20 Март , 06:13

Артта ҡалмаҫҡа ине

Иҫке Мораптал ауылы өсөн нисә кеше тауыш биргән?

Артта ҡалмаҫҡа инеАртта ҡалмаҫҡа ине
Артта ҡалмаҫҡа ине

"Айыҡ ауыл" конкурсында ҡатнашҡан ауылдар өсөн тауыш биреү башланғайны. Ваҡытты күп бирмәнеләр - ни бары ун көн самаһы, тауыштарҙы 27 март бөткәнсе генә йыялар.

Иҫке Мораптал ауылы уртаса тораҡ пункттар исемлегенә инә (халҡы 250 - 360 кеше). Был исемлектә барылғы 12 ауыл инә.

Бөгөнгө көнгә Иҫке Мораптал 326 тауыш йыйған. Сағыштырыу өсөн: Ауырғазы-  1548, Бүздәк -1477, Белорет - 1159 тауыш йыйып өлгөргән. Беҙ - артта түгел, әммә алда ла түгел, шулай ҙа, әле ваҡыт бар, алдынғылыҡҡа сығырбыҙ, тип ышанабыҙ. Тауышты ошонда биргегеҙ: https://golos.bashkortostan.ru/poll/77/stat/  

Автор:
Читайте нас