Бөтә яңылыҡтар
Йәшәйеш
27 Март , 16:09

Һинең арттан Африкаға ла барыр инек!

Кисә Мәләүезгә Ильсия Бәҙретдинова килде.

Һинең арттан Африкаға ла барыр инек!
Һинең арттан Африкаға ла барыр инек!

Әлеге концерт турына, ниңәлер, Күмертау ҡалаһы инмәгән, беҙҙә сығыш яһаманы йырсы, әммә быға ҡайғырып, башын тотоп, ултырған кеше булманы, беҙҙекеләр Мәләүез сапты.

Тамаша шәп булды, Илсияне тыңлайым, уның сибәр йөҙөнә, һынына ҡарайым тип, ҡайҙан ғына килмәгәндәр!

И. Бәҙретдинова үҙенең труппаһында төрлө милләт кешеләре булыуын әйтте (Быйыл илдә Халыҡтар дуҫлығы йылы тип әйттеләр, был йыл үтер ҙә китер, ә Илсиянең артистары артабан да шулай йәшәр, ижад итер – бергә, дуҫ булып).

...Бер артисы хатта Африканан икән. Башҡа шундай уй килде: был африканец, әйҙә, минең тыуған яҡтарға ла барып, концерт ҡуяйыҡ тип, Илсияне эҫе континентҡа алып китһә, нишләрбеҙ? Аптырап ҡалмаҫбыҙ – арттарынан китербеҙ. Йыраҡ аралар мөхәббәткә кәртә түгел.

Автор:
Читайте нас