Редакцияға кеше күп килә, төрлөһөндә төрлө хәстәр, күбеһенсә, әлбиттә, ҡотлау бирергә, ҡайғы уртаҡлашыуға текст яҙырға тип киләләр. Элегерәк ҡатын эҙләйем, ир кәрәк тигән иғландар менән килгеләй инеләр, хәҙер ундайҙар юҡ тиерлек, әллә табаһын табып бөттөләр, әллә эҙләп-эҙләп, арып-йонсоп, был уйҙарынан дүнделәр.
...Бер ир килде.
- Шулай-шулай, ҡатын кәрәк, иғлан бирһәм, нисек булыр икән?
- Һәйбәт булыр.
-Үҙемдеке мәрхүмә булып китте, балалар үҫеп, таралышып бөттө, яңғыҙыма, бисәһеҙ, ҡыйын, берәүҙе алып, йәшәп ҡараным, килеп сығырҙай түгел. Яңыһы, килешкәне кәрәк. Иғлан бирәйемме икән?
- Бирегеҙ, бик хуп эш.
- Телефонды һеҙҙекен күрһәтһәм, ҡаршы түгелһегеҙме?
- Ниңә минекен, мин бит үҙем ҡатын кеше, ир-ат менән ҡыҙыҡһынып, шылтыратҡанда, мин алһам, уларҙы йәлеп итәһе урынға, киреһенсә, өркөтөрмөн. Ниңә үҙегеҙҙекен бирмәйһегеҙ?
- Балалар күрһә, оят булыр, атайыбыҙға һаман бисә кәрәк, әсәйебеҙеҙ онотто тип үпкәләрҙәр.
Иғланһыҙ ҡалдыҡ. Яңғыҙаҡ ир, әллә телефон номерын күрһәтеүҙән ҡурҡты, әллә башҡаһын уйланы. Нисек булһа ла, беҙ уға уңыштар теләнек, үҙе һымаҡ яңғыҙлыҡтан миктәгән, силәгенә тура килеп кенә торған ҡапҡас - берәй гүзәл зат осраһа, ярар ине. Балалар - йәштәр күп осраҡта тол ҡалған аталарҙың, әсәләрҙең хәлен аңлап етмәй, кемделер алып ҡайтһа, яҡты донъяларҙан иртә киткән атаһына йәки әсәһенә хыянат итә тип уйлай. Ысынында, бында бер ниндәй хыянат юҡ. тереләргә, күл уртаһында ҡалған яңғыҙ аҡҡош шикелле зарыҡмай, йәшәргә кәрәк. Янында, арҡа терәп ятыр булһа ла, кеше кәрәк.