Йәшәйеш
2 Апреля , 05:28

Ялсыҡайҙа интернет буламы?

Быйыл Башҡортостандың 40 ауылында мобиль бәйләнеш һәм интернет барлыҡҡа килә тип яҙған инек.

Ялсыҡайҙа интернет буламы?Ялсыҡайҙа интернет буламы?
Ялсыҡайҙа интернет буламы?

"Мәғлүмәт иҡтисады һәм дәүләттең цифралы трансформацияһы» милли проекты сиктәрендә башҡарыласаҡ был шәп эш.
Теге саҡ "Юшатыр" гәзите был 40 ауыл иҫәбендә Көйөргәҙе районынан да бер ауыл бар тип яҙған ине, ниндәй ауыл икәнен район хакимиәтендә әйтә алмағайнылар. Әммә, беҙгә билдәле булыуынса, был бәхетле ауыл - Ялсыҡай булырға тейеш.
Күптәр белә: Ялсыҡайға килеп индеңме, донъяңды онот, телефон тотмай, интернет юҡ (йорттарында вай-фай ғына бар), бер яҡтан рәхәт, береһе лә бимазаламай, икенсе яҡтан ҡыйын: һөйләшмәй-аралашмай, Ер шарында нимә барлығын белмәй йөрөйһөң. 
Был яңылыҡты ауыл халҡы, һис шикһеҙ, ҡыуанып ҡаршы алыр. 

Автор:
Читайте нас