Бөтә яңылыҡтар
Йәшәйеш
3 Апрель , 15:34

Күләүек

Төнө буйы дөбөр-шатыр ямғыр яуҙы. Ҡаланың киң урамдарында - йылғалар, тар тыҡрыҡтарында гөрләүектәр аҡты. Юл ремонтлаусылар асфальтты тигеҙ түшәмәгән урындарҙа күләүектәр хасил булды. Адмирал Нахимов урамындағы туғыҙынсы йортоноң һигеҙенсе подъезды төбөндә лә, бишенсе синыф укыусыһы Фиҙел шатлығынандыр, уртаса ҙурлыҡтағы күләүек хасил булған ине. Кисен атаһы уңа үҙйөрөшлө катер алып ҡайтып ҡыуандырҙы.

Күләүек
Күләүек
Ваннала һынау үткән кәмәне зурыраҡ диңгеҙҙә йөҙҙөрөп, күңеленә йәм табыу хыялы, малайға оҙаҡ йоҡларға бирмәне. Подъездан беренсе булып ул йүгереп сыҡты. Йүгереп сыҡты ла, бар урамды яңғыратып «Ура» тип ҡысҡырҙы, күләүек аша һикерҙе, катерын һыуға төшөрөп йөҙҙөрөп тә ебәрҙе. Шәп... Оҙаҡламай был подъезда йәшәгән өлкәндәр ҙә сыға башланы. Ҙур портфелен тотоп Мотойғуллин килеп сыҡҡан ине, аяҡ аҫтын күрергә уңа ҙур ҡорһағы ҡамасаулай, шап итеп һыуға баҫты. Аяғы һыуланды, киң салбар балағы бысранды, күңеле ҡырылды.
- Сволочтар, - тип һүгенде, аяҙ күккә ҡарап. Хатта төнөн яуған ямғырғамы, әле йылмайып сығып килгән ҡояшҡамы, бала башы ҙурлығындағы йоҙороғо менән янап та алды. – Ошонда бер машина асфальт килтереп һалырға ғына ла ҡулдарынан килмәй.
Уның янына сығып баҫҡан Нәғимов был енәйәтсел вайымһыҙлыҡта болот менән ҡояштың ғәйебе юҡлығына ишара яһаны.
- Йорттар идараһы түрәһе Хәстәровтың анаһын һатайым. Бездельник! Ҡыш буйы подъезд тәҙрәһенең бер быялаһын ғына ла ҡуйҙыра алманы…
- Хәстәров түгел ул, Хәсерәтов.. – тип Нәғимов һүҙен хупланы, шешенгән күзҙәрен тырнай-тырнай килеп сыҡҡан Хөршәтов. Бына мин хәҙер ошо безобразия арҡаһында эшкә бармайыммы икән, вынужденный прогул буласак. Кем яуап бирер. Хәсерәтовмы?.. Ҡала түрәләре шундай булғас, йорттар идараһы түрәһе ниндәй булһын..
Ул арала күләүек янында байтаҡ халык йыйылып өлгөрҙө, һигеҙенсе подъезда йәшәүселәргә башҡа подъездыҡылар ҙа ҡушылды, был ишек алдынан үтеп барған ҡайһы берәүҙәр ҙә бәләгә тарығандарға теләктәшлек белдермәй ҡала алманылар. Боронғо заманда, Нух пәйғәмбәрҙең карабындағылар ғына ул доньяны һыу баҫыу ғәрәсәтендә яңғыҙ язаланғандар. "Бында халыҡ күп… «Аҡсаһын ҡайырып ала беләләр, бурыстарын үтәмәйҙәр», «Һуҡмаҡтарҙы тигеҙләмәйҙәр», «Әнә бит, юл өҫтөндә таш ята, шуны ғына ла алып ситкә ташлаусы юк», «Бына был сағандың бер ботағы ҡайырылып төшкән, киҫеп сүплеккә ташламайҙар…», «Бында йортто һыу баҫып бара, тегендә нимә ҡарап яталарҙыр», «Нимә ҡараһындар, йоҡо һимертәләрҙер…», «Депутаттарын әйтәйем»... Түрәләргә нәфрәт белдерүҙәр ҡыҙғандан ҡыҙҙы. Ахырын да Хөршәтов түҙмәне, еңдәрен һыҙғанған хәрәкәт яһап, тәүәккәллек күрһәтте.
- Хәҙер барам Хәсерәтовҡа, алып киләм, танауы менән ошо күләүеккә төртәм. Тиҙ генә ҡул аҫтындағыларҙы йыйып был аварияны ликвидировать итмәһә, өҫтөнән ҡала хакимиәтенә ялыу яҙам.
Мотойғуллин олпатлылыҡ һаҡланы.
- Хәстәровҡа барыуҙың файҙаһы булмаҫтыр, ағай-эне. Барғас-барғас, ҡала башлығы Бикбулдиндың үҙенә үк барырға кәрәк. Был яуаплы бурысты мин үҙ өҫтөмә алам…
- "Эйе шул, эйе шул - тип хупланы был фекерҙе йыйылған халыҡ. – Барығыҙ бар, Кирәй Дарманович елтерәтеп килтерегеҙ әле бында ул Бикбулдин тигән әҙәмде. Утлы табаға баҫтырайыҡ әле шуны..
- Нечего бында издеваться итергә над трудовым народом, – тип тә өҫтәп ҡуйҙы был һүҙҙәргә шешенгән күҙҙәре асыла биргән Хөршәтов.
Инде китергә йыйынған Мотойғуллин, кире боролоп, ҡәтғи тон менән:
- Һеҙ таралышмай торогоҙ, йәмәғәт, - тип фарман бирҙе. – Митинг-фәлән үткәреп ҡулына резолюцияһын тотторһаҡ, бик урынлы буласаҡ.
Мотойғуллин китте, подъезд төбөнә йыйылған халыҡ шаулашып тороп ҡалды. Шаулашыу – бер эш, Мотойғуллин ҡала башлығын алып килгәнсе күләүекте лә һаҡларға кәрәк бит әле. Суртан әмере менәнме, башҡа берәр ғиллә менәнме юҡҡа сығып ҡуйһа.
Шул сағында подъездан, бер ҡулына тоҡсай тотоп, икенсеһе менән таяғына таянып Зөмәрә ҡарсыҡ килеп сыҡты. Магазинға барып килергә йыйынған ине, ахрыһы. Ул аптырап йыйылған халыҡты күҙҙән үткәрҙе, унан һуң таяғы менән ығы-зығы сәбәпсеһе күләүектең тәрәнлеген самалайһы итте. Һыу уның үзбәк кәлүшен күмерлек түгел ине. Ипләп кенә эскәрәк керҙе лә ике бордюр ташы араһына төйөлгән
сүп-сарҙы әлеге таяғы менән таратып ебәрҙе. Ҡуркыныс 
күләүек ул арала шаян гөрләүеккә әйләнде, бер минут эсендә юҡҡа ла сыҡты.
Йыйылған халыҡ еңел итеп тын алды ла таралышты. Бары Хөршәтов ҡына:
- Их булманы был, тағы эшкә барырға тура килер, ахырыһы, - тип ауыр һулап тороп ҡалды.
Закир ӘКБӘРОВ, Башҡортостан һәм Татарстан Республикаларының билдәле яҙыусы – сатиригы, Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының яҙыусылар һәм журналистар берлеге ағзаһы
Күмертау ҡалаһы
Автор:
Читайте нас