Район үҙәге - Мораҡта йәшәүсе егет телеграмда бер каналға юлыға. Рәсәй территорияһында тыйылған террористик ойошманың каналы була ул. Аҡылы теүәлләнеп бөтмәгән йәш кеше Украинаға дошмандар рәтендә һуғышырға теләк белдереп, анкета тултырып ебәрә. Һөҙөмтәлә федераль именлек хеҙмәте ҡармағына эләгә егет, уның менән әңгәмә үткәрләр, эштең ҡалай булыуын белеп ҡалған ата-әсәнең ҡото алына – кем белгән малайҙарының башында ниндәй уйҙар ҡайнағанын, интернетта уның нимә эшләп ултырғанын.
Был тарихтың аҙағы йәш кеше өсөн фажиғәле тамамланмай. Уның менән ағайҙарса һөйләшеп, артабан бындай ҡылыҡҡа барырға ярамағанлығын аңлатып ҡына ебәрәләр. Ә бит тарих үтә күңелһеҙ тамамланыуы ла ихтимал ине. Беҙҙең именлекте һаҡлаусы органдар ваҡытында абайламаһа, нимә менән барып бөтөрөн күҙ алдына килтереүе лә ауыр.
...Бәләкәй балаларҙы, шуҡ, аҡылһыҙ, алабарман, донъяла аҡты ҡаранан айырырға әлегә өйрәнмәгән малайҙарҙы, улар берәй эш боҙһа, элегерәк ошолай тип әрләй инеләр: ҡайһы ерең менән уйланың? Мораҡтағы был тарих барыбыҙҙы ла – тәү сиратта, ололарҙы киҫәтә: балаларға, йәштәргә ҡарата ныҡ иғтибарлы булыу мотлаҡ. Үҙенең йәш ғүмерен генә түгел, бөтөн туғандарҙың да яҙмышын ҡыра һуҡмаһын өсөн.