Йәшәйеш
5 Апрель , 03:38

Дәрт -дарманығыҙ һүнмәһен, ташып торһон

Матур ғаиләләргә бай беҙҙең ауыл.

Дәрт -дарманығыҙ һүнмәһен, ташып торһонДәрт -дарманығыҙ һүнмәһен, ташып торһон
Дәрт -дарманығыҙ һүнмәһен, ташып торһон

Шундай ғаиләләрҙең береһе, Батыршиндар ғаиләһе.Ләлә Әхмәт ҡыҙы менән Камил Ғайзулла улы 53 йыл бергә матур итеп донъя көтәләр. Камил ағай совхозда шофер булып эшләне, ә Ләлә апа ауыл мәктәбендә математика фәненән уҡытты. Ул РСФСРҙың мәғариф алдынғыһы. Өс бала тәрбиәләп үҫтерәләр. Өлкән улдары Азат оҙаҡ йылдар Күмертау эске эштәр бүлегендә эшләп,хаҡлы ялда. Уртансы ҡыҙҙары Юлиә БДУның филология психология бүлеген тамамлап Стәрлетамаҡ педагогия институтында кадрҙар бүлегендә эшләй. Өс бала үҫтерәләр. Кесе ҡыҙҙары Әлиә БДУның иҡтисад бүлеген тамамлап экономист булып эшләй. Бер ҡыҙ үҫтерәләр. Барлығы ете ейән ейәнсәрҙәре бар. Олоһо Алмаз БДУның "Информационная безопасность в правоохранительных органах"факультетын тамамлап эшләп йөрөй.
Ләлә апа ауыл тормошонда ҡайнап йәшәй. Биш намаҙында ҡалдырмай, ураҙа тота,"Ағинәйҙәр"ойошмаһының әүҙем ағзаһы, шиғырҙар һөйләргә ярата,ҡул эштәре-бәйләм , сигеүҙәр ярата. Камил абзый менән күпләп эре мал, кәзә-һарыҡтар, ҡош ҡорттар аҫырайҙар, баҡса үҫтерәләр. Уңған , егәрле ғаилә. Атанан күргән- уҡ юнған, әсәнән күргән- тун бескән тиҙәр. Үҫеп килгән ейән ейәнсәрҙәрегеҙ һеҙҙе тик ҡыуандырып ҡына торһондар, уларҙың ҡәҙер хөрмәтендә парлы булып, барлыҡ -муллыҡта ,бәхетле ҡартлыҡта йәшәргә яҙһын. Әлеге дәрт -дарманығыҙ һүнмәһен, ташып торһон.

Автор:
Читайте нас