Бөтә яңылыҡтар
Йәшәйеш
6 Апрель , 13:42

Һәр миҙгел - тәүге үбешеү

Тәбиғәт миҙгелдәре лә ғүмерҙекенә оҡшаш.

Һәр миҙгел - тәүге үбешеү
Һәр миҙгел - тәүге үбешеү

Ҡыҙғанысҡа, тәбиғәттеке әйләнә лә килә, ғүмерҙең миҙгеле генә ҡабатланмай. Бәлки, шуныһы менән дә улар ҡәҙерлелер – әле генә булған мәлде башҡаса бер ҡасан да ҡабатлап булмай, ғүмереңдәге тәүге үбешеү кеүек ул, ләззәте бер генә була. Һуңынан ҡағылған ирендәр тәүгеһе һымаҡ уҡ тәмле булмай.

...Улар күмәк булмаған. Класташтар яҙҙың бер кисендә осрашҡан. Баяғы, миҙгел тигәнен иҫкә төшөрһәк, йылдарҙа һәр нимәнең үҙ ваҡыты була: ҡуҙғалаҡҡа, йыуаға, ҡаҡыға барыу, муйыл йыйыу, баланға сығыу... Хәҙер шашлыҡ мәле лә бар. Былар барыһы ла, ҡалай ғына тимә, беҙҙең тормошҡа, ваҡыт ағышына бәйләнгән – ғүмерҙәрҙең матур, бүтәнсә ҡабатланмаҫ мәлдәре.

Илкәнәйҙәрҙең әлеге ултырышы ла үткәндәрҙә хәҙер, ваҡыт арбаһы алға елде. Ғүмерҙәренең бер мәле (шашлыҡ тәме, күңелле әңгәмә-хәтирә) шунда ҡалды, ишек алдында.

Миҙгелдәрҙе туҡтатырға тырышыу – ахмаҡлыҡ, һәр мәле, яҡты хәтирәләр ҡалдырып, һағынып һөйләрлек итеп үтеп барһа ине.

Автор:
Читайте нас