Йәшәйеш
8 Апреля , 06:18

Финишҡа тиклем күп ҡалманы

Кисә "Айыҡ ауыл-2025/26" республика конкурсының йомғаҡлау этабы - презентацияларҙы асыҡ яҡлау башланғайны.

Финишҡа тиклем күп ҡалманыФинишҡа тиклем күп ҡалманы
Финишҡа тиклем күп ҡалманы

Сират бөгөн беҙгә килеп етте – Көйөргәҙе районы делегацияһы иртә таңдан Өфөгә барып та туҡтаны. Бында барыһы ла күңелгә яҡын, шул уҡ стена, кешеләр, шул уҡ һауа. Был конкурсҡа тәүгә килмәйбеҙ, өйрәнелгән һуҡмаҡ, әмәлгә ҡалғандай, Рөстәм Баянов тап булды, рәхәт булып китте, ул янда икән, тимәк, эштәребеҙ хөрт булырға тейеш түгел.

Иҫке Мораптал, шулай итеп, финалға сыға. Финишҡа тиклем күп ҡалманы, алда көсөргәнешле, тулҡынландырғыс мәлдәр көтә. Иң ауыры, ни генә тимә, артта ҡалды. Бик ышанабыҙ, морапталдар, тимәк, беҙ бөтәбеҙ, был конкурста еңербеҙ!

Автор:
Читайте нас