

- Ҡала хакимиәте башлығы Олег Астахов менән осрашыу алдынан әҙерәк тулҡынланған инем. Тик тулҡынланыуым юҡҡа булған, осрашыуҙың башында уҡ һөйләшеү йылы тәьҫораттарға тулды. Олег Анатольевич ҙур түрә булһа ла, үҙе шул тиклем ябай һәм кешелекле булып сыҡты. Сәй табыны артында ул беҙгә күп төрлө һорауҙар бирҙе. Күмертау ҡалаһында йәшәү оҡшаймы, нимәләрҙе үҙгәртергә теләр инегеҙ, тип ҡыҙыҡһынды. Беҙ бер тауыштан ҡалабыҙ бик матур, бында йәшәүе рәхәт, тип яуапланыҡ. Быйыл 1-се класҡа барған мырҙам Радмир башлыҡтан беҙ йәшәгән ишек алдына футбол майҙансығын ҡуйыуҙарын һорармын, тип барған ине, ҡаушап ҡалды шикелле, был һорауын бирмәне...
Мәҡәлә тулы вариантта гәзиттә баҫылды.