+13 °С
Болотло


Аллаға шөкөр, кисә юғалған үгеҙебеҙ табылды, тип һөйөнсөләргә шылтыратабыҙ. Беҙҙең полиция шәп эшләй, Рахманғолов Айнур ағайыбыҙ табып бирҙе үгеҙҙе.
Йыраҡ китмәгән мөстән, Ермолаево тирәләй йөрөгән, элекке кирбес заводы янында табылды.
Айнур ағайға һәм, әлбиттә, һеҙҙең гәзитегеҙгә ихлас рәхмәттәребеҙҙе еткерәбеҙ. Иҫән һау булығыҙ.