

Бешмә ауырына ҡаршы ул. 2021 йылда ла ошондай уҡ эштәр башҡарылғайны, баштан үткән хәл, әммә был юлы ветеринарҙарҙы дошмандарҙы ҡаршы алғандай итеп тора мал хужалары.
Эре һәм ваҡ мөгөҙлө малдарға һалына вакцина, һәммәһе 42 800 доза вакцина алып ҡайтҡандар, 13 мең самаһы һалынған. Тағы нисәһен һала алырҙар – ҙур һорау. Вакцина һалдырыуға ҡаршылар бик күп, ти мал табиптары. Ҡурҡалар. Йәнәһе, уколдан һуң һыйыр йәки һарығы үлә лә ҡуя. Ҡайһы берҙәре ишек алдына ла керетмәй, ҡыуып ебәрә икән. Райондағы бер фермерҙың, мәҫәлән, 400 баш һарығы бар, ошо көтөүҙең эҙенә төшә алмай бер булалар икән. Ҡайҙа һарығың, әйҙә, барып вакцина һалайыҡ тиһәләр, фермер ҡойороҡто һыртҡа һала - бая анауында йөрөйҙәр ине, әллә, табып булмаҫ ул ти ҙә ҡуя икән.
Был проблема хаҡында гәзиттә бөгөн тулы килеш баҫылды.