

Аҙыҡ-түлек магазиндары янында. Күптәрҙең, моғайын, уларҙы күргәне барҙыр, күптәрҙән был бәндәләр аҡса һорағандыр.
Машина төҙөүселәр урамы тураһында бара һүҙ. Был икәү - береһе ҡатын-ҡыҙ, икенсеһе ир, бер-береһе менән таныштырмы, эт белә, әммә айырым "эшләйҙәр". Күмәк халыҡ араһынан, аңдып, кәрәк кешене таба (уны нисек билдәләйҙәр - үҙҙәренә генә мәғлүм), янына килә һәм һорай: пенсияға тиклем аҡсам юҡ, аҙыҡ ал, дарыуға аҡсам етмәй - бир йәки әлеге ваҡыттағы "мода" буйынса һорай: Күгәрсен районында мырҙамды иртәгә ерләйҙәр, һуғышта үлде, барырға аҡсам юҡ, бир әле.
Икеһе лә беҙҙең халыҡ.
Теманың дауамы гәзиттә буласаҡ.