

- Ауылыбыҙҙа өмөт бағлап торған, ситтә йәшәһәләр ҙә тыуған ауылы өсөн янып-көйгән йәштәр етәрлек, Аллаға шөкөр. Айҙар Науразбаев күптән инде Өфөлә йәшәй, үҙ эшен уңышлы алып бара. Шуға ҡарамаҫтан, ауылын һис онотмай, уны йәмләүгә өлөш индереп тора. Былтыр һуғыш ветерандарына арналған обелискты кәртәләнек, шунда матур итеп тимерҙән, ҡыҙыл йондоҙҙар ҡуйып, ҡапҡа яһап бүләк итте, үҙе бер йәм булып тора. Әле бына Көмөшбикә ҡойоһона уңайлы, заманса ҡорама эшләп алып ҡайтты, хәҙер һыуҙы күнәк төшөрөп, ҡул менән тартып сығармайбыҙ, сылбырҙы әйләндереп кенә алабыҙ. Был ҡораманы ауылыбыҙҙың иң йәш иретеп-йәбештереүсеһе Ислам Мазитов ҡойоға беркетеп ҡуйҙы, оҫта ҡуллы икән, рәхмәт уға. Бер тотонғанда ҡойоно буяп та ҡуйырға булдыҡ, ауыл йәштәренә лә рәхмәт, был эште лә тиҙ генә атҡарып сыҡтылар, ҡойо тағы ла йәмләнеп ҡалды. Ауылды йәмләү дауам итә, эштәр бының менән генә тамамланмай, киләсәктә Айҙар туғаныбыҙ, ауылға йәнә бер бүләк әҙерләүен һөйөнсөләне, тиҙҙән был эште лә яҡтыртырбыҙ. Айҙарға һәм ошондай илһөйәр, тырыш ул үҫтергән Миниса апай Науразбаеваға гәзит биттәре аша оло рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ, - ти ауыл старостаһы Рәфис Хөсәйенов.
Был хаҡта тулыраҡ гәзиттә йома көнө баҫылды.