

Утарҙар ғына түгел, ҙур ауылдар Ер йөҙөнән юғалып барған ваҡытта йәшәйбеҙ. Был тораҡ пункт – Көйөргәҙе районы Кузнецов утары – хаҡында быйыл яҙ башында яҙған инек: утарҙа йәшәгән берҙән-бер кеше – оло йәштәге әбейгә бәйле ялыу булған ине.
2002 йылда бында 16, 2010 йылда- 10 кеше йәшәгән, әле ике кеше генә йәшәй тип күрһәтелә, ысынбарлыҡта бер генә кеше донъя көтә, әлеге әбей.
Шулай ҙа был утарҙа тыуып-үҫкән кеше күп кенә. Яңыраҡ улар тыуған төйкәтктәрендә осрашҡан, осрашыуҙың маҡсаты изге: зыяраттарын тәртипкә килтереү (әҙәм балаһы ҡайҙа йәшәһә лә, гүрҙәргә юлланғанда ғәзиз еренә ҡайтып ятырға тырыша). Дәррәү генә өмә яһағандар. Тиҙҙән Кузнецов утары зырятын кәртәләп тә ҡуясаҡтар.