

Исемлекте бер ҡат ҡарап сыҡтыҡ, күҙҙәргә ышанмай, тағы бер тапҡыр ҡараныҡ - Иҫке Мораптал исемлектә юҡ...
Бик йәл. Ә бит күпме көс түгелде, аҡса (уны кемдер һанағанмы икән?), нервылар... Ахырҙа, аҡмаһа ла таммаҫмы икән, ЦУРҙа бүләк алғандарҙан тыш, башҡалар тураһында ла берәй йылы хәбәр булырмы тип, бүтән сығанаҡтарҙы байҡаныҡ - юҡ. Иҫке Мораптал тураһында береһе лә телгә алмай.
Ҡыҫҡаһы былай: июнь урталарында Стәрлетамаҡта "Ныҡлы ғаилә – айыҡ ауыл – көслө Башҡортостан!" күсмә зона сараһы була (15-дә Иглиндә булды), ошонда беҙҙең Иҫке Морапталды бүләкләп китәсәктәр, райондан делегация барасаҡ. Нимә бирәләр? 200 мең һум аҡса.