Йәшәйеш
19 Мая , 10:42

Күмертауҙа Йөрәк һүҙе яңғырай

Был сара элек телевизион программа ғына ине.

Күмертауҙа Йөрәк һүҙе яңғырайКүмертауҙа Йөрәк һүҙе яңғырай
Күмертауҙа Йөрәк һүҙе яңғырай

Торараҡ ҡоласы киңәйҙе, уны бөтөн ерҙә лә үткәрә башланылар. Популяр булып китте.

Күмертау ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы ойошторған бөгөнгө сара ла «Йөрәк һүҙе» тип атала. Ҙур һәм татыу ғаилә йылына, Бөйөк Еңеүҙең 81 йыллығына арналған был бәйгелә 14 конкурсант ҡатнаша.

Ғөмүмән, конкурсанттарҙан тыш, шиғри һүҙгә ғашиҡ, шиғри күңелле кешеләр йыйылды бөгөн ҡаланың өсөнсө модель китапханаһына. Сығыш яһаусыларҙың һүҙҙәре, ысынлап та, ауыҙҙан түгел, ихлас күңелдән, тимәк, йөрәктән сыҡты.  

Тамара апай Малбаева ла килгән, ул Фәнир ағай мәрхүмдең шиғырҙарын уҡып ишеттерҙе...

Был сара тураһында киләһе һанда ентекле яҙылыр.

Автор:
Читайте нас