

Ул ҡала музейында батырҙар иҫтәлегенә хәтер китабы эшләнеүе, айырым бүлмә булдырыуы хаҡында һөйләне. Лилиә апай Аҡһарова яугирҙәрҙең хәтерен мәңгеләштереү өсөн башҡарылған эштәргә ҡала башлығына рәхмәтен белдерҙе һәм иртәгә ғәзиз улы Салауатын юғалтыуына 3 йыл тулыуын әйтте.
Осрашыуға килгәндәрҙең һорауҙары аҙ булды: балалар майҙансығы кәрәклеге, юлдар насар булыуы, шәхси йортоноң нигеҙе иҫкереүе, хәбәрһеҙ юғалған яҡындарҙы нисек эҙләү кеүек һорауҙар яңғыраны.
Осрашыуҙан һуң Олег Анатольевич шунда уҡ һорау булған урындарға юлланды.
Был сарала беҙ ҙә булдыҡ. Ирекһеҙҙән күңелгә ошо шиғыр юлдары килде:
Бала ҡайғылары бирмә, Хоҙай,
Күргәндәргә бир һин сабырлыҡ.
Яралары бөтмәҫ йөрәк менән,
Йәшәү өсөн көстәр табырлыҡ.
Гонаһтарым булһа, һин хаҡтарын,
Балаларым аша түләтмә!
Ал ҡулымды,күҙҙәремде соҡо!
Бала ҡайғылары күрһәтмә!
Күргәнем бар, нуры бөткән күҙле,
Ҡара ҡайғы баҫҡан әсәне.
Йыуатырлыҡ бер һүҙ таб(а)лманым,
Йөрәккәйем янып әсене.
Һаулыҡтарын, тәүфиҡтәрен бир һин,
Ғүмерҙәрен бир һин балама!
Ҡабул булһын изге теләктәрем,
Һинән башҡа бер ни һорамам...
Гөлиә Азаматова