

Шуларҙың береһе Яппаровтар. Был бәхетле ғаиләлә дүрт бала тәрбиәләнә. Атаһы Илнурға һәм әсәһе Гөлсиәгә оҡшап балалары Алина, Руслан, Әдилә, Амалия ла уңған, эшһөйәр, тәрбиәле булып үҫеп киләләр. Ишле ғаилә бар эште бергә башҡарып, матур кәйефтәре менән уртаҡлашып, гөрләтеп, татыу йәшәй. Улар ҡалабыҙҙағы уҡтан атыу буйынса “Ҡыпсаҡ” клубында ла бергә шөғөлләнәләр. “Ғаиләбеҙ менән спортты яратабыҙ, уҡ атыу буйынса Баймаҡ, Әбйәлил, Бөрйән райондарында үткән ярыштарға барып ҡайттыҡ. Балаларҙың да ҡыҙыҡһынып шөғөлләнеүҙәрен күреп ҡыуанабыҙ. Шулай уҡ төрлө мәҙәниәт сараларында ла ҡатнашырға тырышабыҙ”, - тиҙәр улар.
15 майҙа Күмертау мәҙәниәт һарайында "Мөхәббәт йәшәгән ерҙә" күп балалы ғаиләләр фестиваль-конкурсында ла теләп ҡатнашты Яппаровтар. Улар унда үҙҙәренең рухтарын күрһәтеп кенә ҡалманылар, ә күҙҙәрендә, йылмайыуҙарында, һәр хәрәкәттәрендә лә бер-береһенә ҡарата тәрән һөйөү, ихтирам һәм наҙ булыуын да иҫбатланылар. Лайыҡлы сығыштары өсөн Яппаровтар ғаиләһе «Ғаилә ҡиммәттәренә тоғролоҡ» тигән маҡтаулы номинацияға лайыҡ булды. Шулай уҡ, уҙған аҙнала, “Торатау” конгресс-холында Ғаилә көнөнә арналған матур сараға ла барып ҡайтты улар. Яппаровтар “Ғаилә ҡиммәттәре” фестивале сиктәрендә үткәрелгән республика конкурсында ҡатнашып “Бер ғаиләнең тарихы” номинацияһында еңеүсе булдылар. Яппаровтар ғаиләһен ихлас ҡотлайбыҙ! Тыуған еребеҙҙең ҡото һәм өмөтлө киләсәге булған был ғаиләгә тормоштоң тик яҡшы яҡтарын ғына татып, оҙон-оҙаҡ бәхеттә генә йәшәргә яҙһын.