Йәшәйеш
23 Мая , 03:33

Үҙебеҙҙеке!

Кисә Свобода менән Керәүле ауылы башлыҡтары һуғышып китә яҙҙылар.

Үҙебеҙҙеке!Үҙебеҙҙеке!
Үҙебеҙҙеке!

Тормошта бик йыш шулай була: баланан арыу кеше сыға икән, уның менән һәр береһе ғорурлана, үҙенең  уға яҡынлығын, үҙенең дә ниндәйҙер кимәлдә өлөшөн, ролен күрһәтергә тырыша. Ә үҙенең быға (кешенең абруйлы булып китеүенә) бик булышлығы булмаһа, ул беҙҙең ауылдыҡы, беҙҙең яҡта тыуып үҫкән, беҙҙең һыуҙарҙы эскән кеше тип булһа ла күңелен йыуатып ҡуя.

Рузит Әхмәтов һуғыштан ҡайтҡан егет. Өс малай атаһы. Ғәрәсәт эсендә нимәләр күргән, нимә кисергән – үҙе генә белә. Кисәге сарала ул да булды. Иҫән-имен ҡайтҡанына, бына әлеге матур яҙҙы, ҡатынын, балаларын ҡосаҡлап тороуына үҙе генә түгел, барыһы ла илереп ҡыуанды. Рузит йырланы ла кисә. Батыр егет Кинйә-Абыҙҙыҡы ысынында, яҙмыш елдәре Ҡаҙармаға алып килгән, әле шунда донъя көтә.

Бәхәстең сәбәпсеһе тап ул булды. Фәнис Рахманғолов беҙҙеке бит ул, шуға батыр ҙа, талантлы ла тип, күкрәк һуҡты. Быға Игорь Ворошилов ҡырҡа ҡаршы төштө: ҡайҙан һеҙҙеке булһын ул, беҙҙеке!

Уйын-шаяртыу рәүешендә булды был «ыҙғыш», ысынында, һуғышта булған, ҡайтҡан, әле унда йөрөгән барса егеттәр ҙә, Ҡаҙармала тыуғанмы ул, Кинйә-Абыҙҙамы, бөтәһе лә беҙҙеке. Иң мөһиме, иҫән ҡайтһындар һәм, Рузит кеүек, йәнгә яҡын кешеләре янында гөрләтеп, йырлашып йәшәһендәр.

Автор:
Читайте нас