

Оҙаҡ ваҡыт, уны ҡороп ҡуйғас та, эшләп китә алмай яфаланды. Күптәр юҡҡа маташаһығыҙ, фонтанды алып ташлағыҙ ҙа, урынына сәскә ултыртығыҙ тип тә бөттө. Әммә яңы башлыҡ килгәс, уны тәки эшләтә алды. Ҡала халҡы шатлығына, балалар бәхетенә һәм... асарбаҡтар ҡыуанысына.
Бомжмы, башҡа мәхлүгерәк кешеме, йәй үткәнсе ошонда йыуына ине. Күптәндән күренгәндәре юҡ типултырһаҡ, бөгөн бер егет сыр яланғас килеш сумды. Әллә иҫерек үҙе, йыуынып сыҡҡас, кейенә алмай йонсоно. Тиҙерәк кенә маташһа, китеп өлгөргән булыр ине. Әллә береһе шылтыратҡан, әллә видеокамеранан күргәндәр (уныһы булһа инде), һыугиҙәр егетебеҙ улай-былай иткәнсе, килеп еттеләр. Бисараның бер ҡайҙа ла барғыһы килмәй (йыуынып ҡына сыҡтым – ниңә бәйләнәһегеҙ? ), әммә ай-вайын кем тыңлап торһон, алып киттеләр.
Был кеше административ хоҡуҡ боҙғандырмы, ҡалай булһа ла, беҙ уға уңыштар теләнек – кешеләр ниндәй генә көнгә төшмәй, был егет тә кемдеңдер ғәзиз балаһы.