

Һәр хәлдә беҙгә шулай тойола. Лена ауылы. Бында әле ни бары биш йорт ҡына «тере». Заманында ҙур фермаһы булған, билдәле, халҡы ла күп булған, эргәләге быуала балалар һыу ингән (әле был быуа ла ҡорор сиктә). Яйлап ҡына тыуған төйәкте ташлап китә леналар.
Беҙ был ауылда булдыҡ. Хәтәр матур урында урынлашҡан ул, тәбиғәттең ҡосағында рәхәтләнеп ултыра, сәхрә. Колбинева Наталья Александровнаға һуғылдыҡ. Ул яңыраҡ ҡына ирен юғалтты, Петр афған һуғышы ветераны ине. Оло йәштәге саҡ атлап йөрөгән ҡатынды күрербеҙ тип барһаҡ... Ҡыҙҙарың ары торһон, бик һылыу ҡатын икән Наталья, түҙмәй, шулай тинек: әле кейүәгә бараһығыҙ ҙа бар. Ҡатын йылмая, йылмайыуы тыйнаҡ, ирен юғалтыуы бер, ике малайы һуғышта йөрөй.
Был хаҡта тулыраҡ гәзиттә баҫыла.