

Конкурста Волга буйы федераль округының 14 төбәгенән 285 ғаилә командаһы ҡатнашты. Ҡатнашыусылар «Ғаилә булыу» темаһы менән берләштерелгән интеллектуаль, спорт һәм ижади заданиелар үтәй. Конкурсты ойоштороуҙа Башҡортостан Республикаһының "Бала саҡ навигаторҙары» ла әүҙем ҡатнашты.
Был киң масштаблы һәм мәртәбәле бәйгелә сығыштары менән Көйөргәҙе районынан булған күп балалы Зәйнуллиндар финалға үтте.
Улар әлеге ваҡытта Өфө районының Нуғай ауылында тормош көтә. Азат Минияз улы Яңы Таймаҫ ауылында, Гөлназ Файзылғаян ҡыҙы Кинйә Абыҙ ауылында тыуып үҫкән. Улар өс сибәр, аҡыллы, уңған ҡыҙ тәрбиәләй. Азат себер тарафтарында нефть сығарыу ойошмаһында инженер булып эшләй, хәләл ефете республика, унан сит төбәктәрҙә - риелтор. Алһыу, Самира мәктәптә уҡыйҙар, Рания балалар баҡсаһына йөрөй.
Көйөргәҙе районы башҡорттары Ҡоролтайы