Йәшәйеш
10 Июня , 05:57

Үҙ халҡының улы

Шағирға ҡәҙимге кешегә тәтемәҫ иҫ киткес хоҡуҡтар бирелгән: ул мәңгелек менән бәхәскә инә, кейектәр, үләндәр, хатта күк есемдәре – ҡояш һәм ай менән дә һөйләшә ала, йәнһеҙ нәмәне лә йәнләндерә.

Үҙ халҡының улыҮҙ халҡының улы
Үҙ халҡының улы

Шул ваҡытта шағир – үҙ дәүеренең тауышы, үҙ халҡының улы. Ғилемдар Рамазановтың был юлдары һис шикһеҙ танылған шағир Тимер Ниәтшин тураһында.
Көйөргәҙе районы Илкәнәй ауылында тыуып үҫкән, бәләкәйҙән шиғриәткә, әҙәбиәткә, нәфис һүҙгә ғашиҡ малайҙың һәләтен Рәми Ғарипов исемендәге республика гимназия интернатында әҙәби түңәрәк етәксеһе Сажида Зайлалова күтәреп ала. 1989 йылда бер нисә йәш авторға ҡушылып «Һүҙ һорайым» исемле беренсе китабы донъя күрә. 1993 йылда Таңһылыу Карамышева менән берлектә "Уянған өмөт" исемле икенсе китабы сыҡҡас, яҙыусылар Союзына алына. Күп ҡырлы тормоштоң үҙе кеүек Тимерйән ағай: инженер – электрик, уҡытыусы, роботтар көйләүсе, коммерсант, маркетолог, журналист та булып өлгөрә. Ҡайҙа ғына эшләмәһен, ижад осҡоно һүнмәй, һүрелмәй. 2012 йылда “Китап” нәшриәтендә "Әйтер инем" исемле өсөнсө йыйынтығы донья күрә. Үҙнәшер ысулы менән 2006 йылда "Әрем тәме", 2011йылда русса-башҡортса "Минең мәлдәрем" (Мои мгновения) китаптарын баҫтыра. Һуңғы йыйынтыҡҡа Күмертау шағиры Виктор Уразбаев тәржемәһендә 100-ҙән ашыу шиғыр ингән. "Күп милләтле Санкт-Петербург" яҙыусылар ойошмаһы етәксеһе академик, шағирә Әлмирә Бикҡолова менән ижади аралашыу һөҙөмтәһендә "Дуҫлыҡ осҡондары" исемле йыйынтыҡта, "Невский Альманах" журналында күп кенә әҫәрҙәре баҫыла. 2008 йылда ошо ойошмаға ағза итеп алына. Һуңғы йылдарҙа күренекле замандаштарыбыҙ Зиннур Исхаков, Рафаиль Ғибадуллин тураһында русса ике проза әҫәре яҙа.
Инде өс тиҫтә йылдан ашыу башҡорт шиғриәте киңлектәрендә ең һыҙғанып эшләүсе Тимер Ниәтшин етмеш бишен артылғанда “Ваҡыт тирмәне” исемле өр яңы китабын ҡулына ала.
Кемдәр генә миңә осраманы,
Кемдәр генә аҡыл бирмәне.
Таҙа орлоҡ менән буш кәбәкте
Тарта торҙо ваҡыт тирмәне.
“Ваҡыт тирмәне”... Китаптың исеме үк авторҙың ваҡыт тигән төшөнсәгә тәрән фәлсәфәүи мәғәнә һалыуын күрһәтә.”Ваҡыт, иҫләйһеңме көндәремде - күпме бөгөп, күпме күтәрҙең” – тип, ҡаты итеп һорау алыу дәрәжәһенә еткән ил ағаһы. Китаптың тәүге “Ир ҡайғыһы ил булыр, ирле илдәр һил булыр” бүлеген Башҡортостандың 2000 –се йылдар башының поэтик тарихы тип атарға мөмкин. Автор һуңғы йылдарҙа булып үткән ваҡиғаларға баһа бирә, тормошобоҙҙо йәмһеҙләгән күренештәрҙе, аҡланмаған өмөттәрҙе барлай, ваҡыт ҡуласаһында Тыуған ил, Башҡортостан, башҡорт халҡының бөгөнгөһөн һәм киләсәген күҙ алдына килтерергә тырыша :
“Мин дә шаһит: оран – сәләм әйтеп
Беҙ тыуҙырған ҡырыҫ заманға.
Салауаттың ярһыу һыны баҫты,
Һаҡсы булып баҫты майҙанға”.
Китаптың юғары илһөйәрлек рухы менән һуғарылған тәүге бүлегенән һуң килгән шиғырҙары Тимер Ниәтшиндың хис – тойғоға бай ихлас лирикаһы өлгөһө. Йылдар йөгөнән баҫыла төшкән лирик герой тыуған ерҙең ҡәҙерен башҡасараҡ баһалай, сит ерҙәрҙә үткәрелгән ваҡыттың кире ҡайтмаҫына үкенеп тә ҡуя. Авторҙың был шиғырҙары Кешелекте йәшәтеүсе, юғарыға күтәреүсе, ҡанат ҡуйыусы Мөхәббәт икәнлегенә инандыра. "Ваҡыт тирмәне" шағирҙың милләт, тел, тыуған ер төшөнсәләрен яңыса балҡытып ебәргән китабы. Йыйынтыҡҡа кергән "Башҡорт кармаһы" поэмаһы, "Зимагорҙар иле", "Башҡорт кем ине?" кеүек шиғырҙары хәҙерге башҡорт шиғриәтенең алтын фондын тулыландырыр әҫәрҙәр.
Шағирҙың мөхәббәт темаһына арналған шиғырҙары нескә һәм илаһи моң кеүек ишетелә. Әллә ҡайҙа сихри гүзәллеккә әйҙәй. Тимер Ниәтшин ижады иң мөҡәддәс хистәрҙе, эске кисерештәрҙе уята...
Хөкөм итмә мине. Тик үҙенсә
Шағир һине яңынан яралта.
Зифа һының, нурлы күҙҙәреңде
Тик үҙенсә генә ярата.
Ошо көндәрҙә оло юбилейын билдәләүсе хөрмәтле аҡһаҡалыбыҙ Тимерйән Әбдрәхим улын Күмертау ҡалаһы һәм Көйөргәҙе районы яҙыусылар ойошмаһы ағзалары исменән тыуған көнө менән ихлас ҡотлайбыҙ, ижади емештәрегезҙең тәмен татып, иҫәнлектә-һаулыҡта оҙон-оҙаҡ йәшәүегеҙҙе, яңы шиғри гөлләмәләр ижад итеүегеҙҙе теләйбеҙ!
Рима АРЫҪЛАНОВА,
Күмертау ҡалаһы һәм Көйөргәҙе районы яҙыусылар ойошмаһы етәксеһе

 

Рәсәй көнө
СССР ҙың вариҫы беҙ —
Яңы Рәсәй.
Башҡорт 
ҡына атай уны—
Ра һәм Әсәй.
Урал Батыр ҡобайырын
Уҡы аңлап.
Ра һүҙен Ҡояш тиеп
Төшөн яйлап.
Иң боронғо ата— бабам
Арий булған.
Ағиҙелде атаған ул—
Ҡояш йылға.
Ирәмәлдән Каспиғаса
Бер үк исем.
Дүрт мең йыллыҡ тарихы бар —
Китер иҫең.
Утыҙ дүрттә генә имеш
Яңы Рәсәй.
Ә башҡортҡа ул арийса
Ҡояш әсәй.
Беҙҙең өсөн ҡайнар ҙа ул,
Нурлы ла ул.
Беҙҙең өсөн киләсәкле,
Йырлы ла ул.

Ирҙәргә
Мәмерйәлә йәшәр инек
Мөхәббәтте белмәһәк.
Гүзәл заттың иң матурын
*Минеке*,—тип бүлмәһәк.
Телде, аҡылды үҫтерҙек
Һөйгәнде арбар өсөн.
Бөйөк дәүләттәр төҙөнөк
Һөйгәнде ҙурлар өсөн.
Ниңә бөгөн көс юғалта
Ғәилә — тормош ҡото?
Беҙҙең яһалма доньяла
Мөхәббәтһеҙ кем отор?
Яһалма ағза тәнеңә,
Яһалма аң башыңа.
Аҡыл көсөнә табынып
Заман ҡайҙа ашыға?
Хатта ғәилә яһалма—
Ир менән ир ҡауыша.
Яҙғы күкрәүҙә яңғырай
Ахырызаман тауышы...
Алла яралтҡан Әҙәмде
Яһалма итәбеҙме?
Кешелектең мөхәббәтһеҙ
Шиңгәнен көтәбеҙме?

Ҡот алайыҡ
Хәтәр һынауҙар килде,
Аллаһыҙ кеше бөлдө.
Ер аҫты, өҫтө, күге
Бөгөн беҙгә дуҫ түгел.
Ваҡытты шайтан саҡҡан,
Заман тәртәнән сыҡҡан.
Алла бер ҙә, дине күп.
Шайтан һине, мине үп.
Тәнгә, йәнгә баш булып,
Шайтан шаша фаш булып.
Кеше ҡайҙан көс табыр,
Күпмегә түҙер сабыр?
Күктән илсе көтәйек,
Килгәс ярҙам итәйек.
Шайтандан ҡотолайыҡ.
Имандан ҡот алайыҡ.
Тимер НИӘТШИН
Автор:
Читайте нас