

Илкәнәйҙә. Юбилярҙы ҡотларға тип, бер түгел, ике халыҡ яҙыусыһы, шағиры исемен алған әҙип килгән, Яҙыусылар Союзы рәйесе лә килгән. Һәм, әлбиттә, үҙенең туғандары, ауылдаштары шағирҙың ҡыуанысы менән уртаҡлашты.
- Мин һеҙҙе әллә ҡасандан, үҙем район мәғариф бүлегендә эшләгән саҡтан беләм, - тине Лира Тереғолова, -ул саҡта ла дәртле, теремек инегеҙ, әле лә шулайһығыҙ.
- Тап шулай, - тип район башлығының һүҙен йөпләне ауыл башлығы Рөстәм Вахитов, - уға кем һикһәнде бирһен, беҙҙең менән һаман булһа волейбол уйнай.
Репортаж гәзиттә иртәгә баҫыласаҡ.